Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Февраль 2022, 10:00

Светлана НАСЫРОВА

Светлана НАСЫРОВА Беҙҙең менән булышҡандар,Әйҙә, булышһын!Хөсөтөнә, асыуынаЛыҡа тулышһын!

Светлана НАСЫРОВА
Светлана НАСЫРОВА
Светлана НАСЫРОВА
Беҙҙең менән булышҡандар,
Әйҙә, булышһын!
Хөсөтөнә, асыуына
Лыҡа тулышһын!

Уңлы-һуллы таратһындар
Ғәйбәт-бысрағын,
Белмәй был тип, артыбыҙҙа
Болғап бысағын.

Кем нимәгә тулған булһа —
Шуны тарата.
Ағыу сәскән — нәфрәт йыя,
Нурлы — нур тарта.

Бәхетһеҙҙәр генә бары
Башҡаны хурлай,
Кеше кәмләп, үҙ-үҙенең
Исемен ҙурлай.

Кешелегеңде тикшерә
Кеше түгелдәр.
Юғарыға өлгәшмәй тик
Түбән күңелдәр.

Бәхетһеҙгә бәхетлеләр
Бер табыш инде.
Шунан башҡа йәм тапмаҫ йән
Гел ҡайтыш инде.

Тик меҫкенгә бәхетленең
Иҫе лә китмәй!
Үсәп, һүҙләп йөрөүҙәргә
Көс сарыф итмәй!

Аҡыллылар барыбер ҙә
Белеп баһалай,
Кемдең нимә йөрөткәнен
Күрә. Шауламай.

Бәхетле булайыҡ әле!
Улар гел үрҙә!
Бәхеткә бәхет үрелә —
Ябай ҡағиҙә!!!

Светлана Насырова.
 
Светлана НАСЫРОВА
Светлана НАСЫРОВА
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: