Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Февраль 2022, 12:05

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ

ЭТ МУЙЫЛЫЕләк - емеш бешкән саҡ ине. Муйылға йыйындыҡ. Шамил менән беҙгә күрше Рәлиф тә эйәреп алды.Муйылға барырға бер көн алда уҡ һөйләшкәйнек. Өс литрлы банкаларға әлүмин сыбыҡтан килештереп тотҡас та әтмәләнек. Тамаҡ ялғарға икмәк, күкәй алырға ла кистән килештек.Иртәгәһенә ҡояш дилбегә буйы күтәрелгәндә, беҙ юлда инек инде.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ

ЭТ МУЙЫЛЫ

Еләк - емеш бешкән саҡ ине. Муйылға йыйындыҡ. Шамил менән беҙгә күрше Рәлиф тә эйәреп алды.

Муйылға барырға бер көн алда уҡ һөйләшкәйнек. Өс литрлы банкаларға әлүмин сыбыҡтан килештереп тотҡас та әтмәләнек. Тамаҡ ялғарға икмәк, күкәй алырға ла кистән килештек.

Иртәгәһенә ҡояш дилбегә буйы күтәрелгәндә, беҙ юлда инек инде.

- Муйылға Оло һыу буйлап Юшатырка яғына барырға кәрәк, атайым шунда күреп ҡайтҡан, - тине Пушкин ҡушаматлы Рәлиф.

Уның сәсе, кистән баштарына тултырып ваҡ бигуҙи ҡуйып ятҡан ҡыҙҙарҙыҡы кеүек бөҙрә, шуңа ауылда барыһы ла Пушкин, тип йөрөтә.

Юшатырка Яҡуттан алыҫ ҡына. Ете-һигеҙ саҡырым булыр. Муйыл ашағы килгәс, барабыҙ инде - ялан яғы өсөн танһыҡ ризыҡ. Муйыл ғына түгел, баланды ла әле үҫеп еткәнгә тиклем мин Ташкенттан килтерәләр икән, тип уйлай инем.

Хәйер, муйыл ашаған ғына бар инде. Йәй етһә, беҙҙең колхоз малдарын Йылайыр яғына ҡыуа торғайнылар. Шунда көтөү көткән малсылар алып ҡайта ине ул ҡара емеште.

Юшатырка урманына барып еткәндә, ҡояш ярайһы ғына күтәрелеп өлгөргәйне. Оло һыуға төшөп бер-ике сумдыҡ та, йылға яры буйлап уйһыулыҡтан юғарыға тартылып киткән урманға күтәрелдек. Урман тигәнебеҙ ҙә шул иңе уҙа барһа алтмыш-етмеш, буйы һикһән-туҡһан аҙым тирәһе ағаслыҡ.

Бында муйылдың ояһы икән дә баһа! Был тиклем уңған емеште нишләп бығаса йыйыусы кеше булмағандыр ул, аптыраҡ. Үҙҙәре килеп тороп эре.

Рәлиф менән Шамил, һәр береһе үҙенә ағас һайлап алып, етеҙ генә итеп үрмләп муйыл тирергә менеп тә киттеләр. Ә мин йыйыуға юҡ. Малай-шалай менән еләккә барһаҡ та, кеше йыя, ә мин тапҡанымды ҡорһаҡҡа оҙатам.

Был юлы ла, тегеләр йыйған арала, аҫтан йөрөп, муйылдарҙың иң бешкәндәрен генә тәлгәше менән ауыҙыма тултырам. Шулай һыйлана торғас, туйҙым. Ашағаным тамағымдан үтмәҫ булды. Хәҙер инде үҙемә бер шөғөл табып алдым: муйылды ике бармаҡ араһына ҡыҫтырып, ныҡ ҡына итеп баҫам да, банкаларын тултырып бөтөп килгән малайҙарға осорам. Тик, ни ғәләмәт, бармаҡтарым араһында һытылып киткән муйылдың тосо берәү түгел, ә өсәү. Берҙе һытып ҡарайым, икенсеһен һытам, барыбер өсәү инде.

-Шамил, Абзал бабай Йылайырҙан гел муйыл алып ҡайта бит, уның тосо нисәү? - тип ағас башындағы дуҫыма ҡысҡырам.

Абзал бабай Шамилдың атаһы. Ул да йыш ҡына Йылайырға бара.

-Муйылдың тосо нисәү булһын, берәү инде, - ти Шамил иҫе китмәй генә.

-Абзал бабай алып ҡайтҡан муйылдыҡы берәүҙер ҙә ул, бында өс тосло муйыл бит, - тим мин, тағы бер-нисә емеште усыма һалып иҙеп.

-Нишләп өсәү булһын икән? - Рәлиф миңә ҡарап, көлөргә тотондо. - Алйотлана башланыңмы әллә һин, иптәш?

-Төшөп ҡарағыҙ, ана, ышанмаһағыҙ. Бына бит өсәү!

Мин иптәштәремә үпкәләй биреп, банка төбөндәге емештәрҙе аяҡ аҫтына һибеп ебәрҙем. Ә тегеләрҙең банкалары тула яҙған. Улар бер мин ергә һипкән муйылдарҙы, бер үҙҙәренең банкаларындағы емештәрҙе иҙеп ҡарарға тотондолар. Иҙгән һайын, муйылдарҙан былҡылдап өс тос килә лә сыға. Шулай булыша торғас, минең күңелем уйнап, башым әйләнә башланы, эс-ҡарыны аҡтарылып килә. Аяҡтарым хәлһеҙләнде, күҙ алдымда әллә ниндәй ҡурҡыныс ғифриттәр бейешә башланы.

-Иптәш, нимә булды? Һин үлеп ҡуйма инде, иптәш!

Рәлиф менән Шамил ике яҡлап ҡултыҡлап, мине Юшатырға алып төшөп киттеләр. Салыш-солош атлаған аяҡтарымды һөйрәп, йылға ярына төштөк. Ятып Юшатырҙан һыу эсә торғас, бөтөн ашаған муйылдарым кире килә башланы. Малайҙар эргәмдә ыуалана.

-Иптәш, икмәк ашап ҡарайһыңмы әллә? Бәлки рәхәт булып китер, ә?
-Юҡ, иптәш, икмәк ашама, һыу ғына эс. Ҡоҫһаң лутсы булыр ул.

Яр буйында уҡшып ята торғас, төш ауып китте. Әммә минең генә хәл бер ҙә еңеләймәй: һыу эсәм дә ҡоҫам, һыу эсәм дә ҡоҫам.

Көн кискә ауышҡанда ғына, күҙҙәрем асылып, аяҡ-ҡулдарым тыңлаусанға әйләнде. Иптәштәрем ярҙамы менән ауылға ҡайтып еткәндә, ҡояш Буранбай тауы артына инеп йәшенгәйне инде.

-Муйылға барабыҙ тип сыҡҡайнығыҙ түгелме һуң, улым, банкаң буш ҡайтҡан, - тине әсәйем, усы менән минең маңлайҙы һыпырып. - Ауырып тораһыңмы әллә? Йөҙөң ағарып киткәнсе.

Өндәшмәй ятҡанымды күргәс, әсәйем тағы телгә килде.

-Кил, улым, ултыр. Тамағың астыр.

-Юҡ, әсәй, туҡ мин. Ҡорһаҡты тултырғансы муйыл ашап ҡайттыҡ, - тинем мин, йоҡо ҡунған күҙ ҡабаҡтарымды еңә алмай. - Эт муйылы...

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: