Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Февраль 2022, 09:15

Наилә Сәфәрғолова

Наилә СӘФӘРҒОЛОВА ..НИМӘ ҺУҢ УЛ "ЙӨРӘК ҺҮҘЕ"? БӨГӨН УЛ КӘРӘКМЕ? Был һорауҙарҙы мин, үҙемдән үҙем, көн һайын тиерлек һорайым да, тәрән уйҙарға сумам... Ул минең, ғаиләмде ашатҡан, хеҙмәт урыным да түгел бит - ул миңә нимәгә кәрәк?.. ... Башҡаса үткәрмәм тием дә, тағын уға тотонам... Ни өсөн?

Наилә Сәфәрғолова
Наилә Сәфәрғолова

Наилә СӘФӘРҒОЛОВА

..НИМӘ ҺУҢ УЛ "ЙӨРӘК ҺҮҘЕ"? БӨГӨН УЛ КӘРӘКМЕ?

Был һорауҙарҙы мин, үҙемдән үҙем, көн һайын тиерлек һорайым да, тәрән уйҙарға сумам...
Ул минең, ғаиләмде ашатҡан, хеҙмәт урыным да түгел бит - ул миңә нимәгә кәрәк?..
... Башҡаса үткәрмәм тием дә, тағын уға тотонам... Ни өсөн? Сөнки, ул халыҡ теленән төшмәй - ҡайҙа ғына барһам да, ҡайҙа ғына йөрөһәм дә "Йөрәк һүҙе"н һорайҙар:
- "Уны ғаиләбеҙ, балаларыбыҙ менән илап-илап ултырып ҡарайбыҙ, "Йөрәк һүҙе" беҙгә рухи көс бирә, унда яңғыраған шиғырҙарҙы тыңлап, беҙ бит нисектер бушанып ҡалабыҙ... Унда, ысын мәғәнәһендә, көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелеп сыға! Күңелдә ризаһыҙлыҡтан, ғәҙелһеҙлектән, әсенеүҙән, әрнеүҙән йыйылған уй-хистәр ташыуы ла бер-аҙ баҫылып ҡала, әйтерһең, тулышҡан йөрәктәге шеш һытыла... Беҙ хәҙер, Наилә апай, хатта, табындарҙа ҡунаҡҡа һүҙ биргәндә лә: -" Ағай, апай, туғаным, әйт әле Йөрәк һүҙеңде",- тип өндәшәбеҙ. Ташламағыҙ "Йөрәк һүҙе"н, эшләгеҙ - ул беҙгә бик кәрәк!"- тиҙәр.
"Йөрәк һүҙе"нең бөгөн йәмғиәтебеҙгә кәрәк мәҙәни сара икәнен күптәр аңлай. Уны мин үҙем дә аңлайым һәм уйланам...
... Шунан, хаҡлы ялда ултырған килеш, үҙемдең генә ҡулымдан килмәҫ, юҡ, булмаҫ тиеп икеләнеп тә ҡуям...
..."Йөрәк һүҙе"- халыҡ трибунаһы булып, Туған телебеҙ - башҡорт телен яҡлау, һаҡлау, ҡурсалау теләге менән, 2017 йылда, урамдарға сыҡҡан милләттәштәремде күргәндән һуң, интернатта (бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге республика гимназияһы) уҡыған классташтарымдың : - "Ниңә әле беҙ үҙ еребеҙҙә, Конституцияларға теркәлгән хоҡуғыбыҙҙы ошолай урамдарҙа лозунгылар, флагтар тотоп, даулап йөрөргә тейешбеҙ?.. Туған телебеҙҙе яҡлар башҡаса юл юҡмы ни һуң? Наилә, һин бит сәнғәт, мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән кеше, берәй, халыҡ һүҙен ишеттерерлек, мәҙәни сара уйлап тап," - тиеп әйткәндән һуң тыуған проект.
Ижад кешеһендә идея тыуыуы һәйбәт, әммә уны тормошҡа ла ашырыу кәрәк бит әле!
Туған телебеҙ - башҡорт теле яҙмышы менән бәйле булған, халыҡ һүҙен йәмғиәткә еткереү бурысы торған проекттың, тейешле кимәлдә (!) ойошторолоуы мотлаҡ икәнен төптән аңлап, мин, бер нисә дәүләт эшмәкәрҙәре кабинеттарында ултырған милләттәштәребеҙҙе урап сыҡтым. Ҡәтғи ҡаршылыҡтар булмаһа ла, Туған телебеҙҙең киләсәге ҙур проблемалар алдында тороуы көн кеүек асыҡ икәнен күреп тә, улар, елкәләренә ауырлыҡтар төшөүенә ҡарағанда, ситтәрәк тороуҙы хуп күрҙеләр.
Аҡ йортта ултырған ни бары бер генә башҡорт егете (Илшат Азамат улы Тажитдинов) "Йөрәк һүҙе"нең ни тиклем ваҡытлы, көнүҙәк (актуаль) проект буласағына ышанды һәм уны атҡарып сығырға ярҙам итте.
Шулай итеп, "Йөрәк һүҙе" донъя күрҙе, һәм, ысын мәғәнәһендә, тамашасылар күңелен яуланы!
Был фәстереү ҙә, маҡтаныу ҙа түгел. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үткән тәүге "Йөрәк һүҙе - 2017" был мәҙәни башланғыстың башы ғына ине.
Уны БСТ, "Ҡурай" каналдары аша күреп, республикабыҙҙың төрлө ауыл-ҡалаларында, Рәсәй региондарында, хатта, Мәскәүҙең үҙендә лә уҙғара башланылар, урыҫтар әйтмешләй, "Проект пошёл в народ".
"Йөрәк һүҙе" проектын "Башҡортостан" гәзите редакцияһы 2017-се йылдың "Йыл проекты" итеп таныны, ә Башинформ, "Республикабыҙҙың 10 иң шәп мәҙәни саралары" исемлегенә индерҙе!
Туған телебеҙ - башҡорт телен хөрмәт итеп килгән, Татарстандандың Халыҡ шағиры Роберт ағай Миннуллин, Сыуаш республикаһының билдәле шағирәһе Рәйсә Сәрби тәү тапҡыр үткәрелгән шиғриәт бәйгеһен ҡарап, уны тәржемәһеҙ (!) йотлоғоп тыңлап, уға үҙҙәренең оло баһаһын бирҙеләр һәм "Йөрәк һүҙе"нең Туған телдәребеҙ өсөн ниндәй әһәмиәткә эйә икәнен әйтеп үттеләр.
Иң мөһиме, залда ултырып ҡараған тамашасылар ҙа, зәңгәр экрандар аша ҡарағандар ҙа был эксклюзив (быға тиклем бер ҡайҙа ла булмаған!) телевизион проектты дәррәү күтәреп алдылар һәм уның хаҡында ифрат күп яҙҙылар, фекерҙәре менән социаль селтәрҙәрҙә бүлештеләр.
Был, һис шикһеҙ, "Йөрәк һүҙе" проекты өҫтөндә эшләгән ижади төркөмдөң уңышы булды, әлбиттә! Бөгөн мин уларҙың барыһына ла сикһеҙ рәхмәттәремде еткерәм. Айырыуса, уң ҡулым, кәңәшсем Зилә Сиражетдин ҡыҙы Дибаеваға!!!
Мин, ижад емешем - "Йөрәк һүҙе", йәшен тиҙлегендә, популярлыҡ яулар тип, һис тә, уйламағайным. Теләгем, бары тик, халыҡты борсоған уй-хистәрҙе, мәҙәни юлдар менән, ваҡытында, юғарыла ултырған етәкселәргә еткереү һәм шиғыр юлдары аша, халыҡ менән хөкүмәт араһында аңлашыу һәм аралашыу күперен һалыу ине.
Быны мин ул саҡта ла, әле лә, ижадсы булараҡ, үҙемдең бик мөһим бурысым тип ҡабул итәм.
Уҡытыусым - Лек Вәли улы Валеев: - " Театр, ғөмүмән, сәнғәт тарихтан, бер аҙымға ғына булһа ла, алдараҡ атларға, маяҡ булып, халыҡҡа юл күрһәтеп барырға тейеш! Әгәр ҙә, ул, тарих ҡойроғонда һөйрәлеп килә икән, ундай сәнғәт халыҡҡа кәрәкмәй", - тип әйтә торғайны.

Уҡытыусым - Лек Вәли улы Валеев: - " Театр, ғөмүмән, сәнғәт тарихтан, бер аҙымға ғына, алдараҡ атларға, маяҡ булып, халыҡҡа юл күрһәтеп барырға тейеш! Әгәр ҙә, ул, тарих ҡойроғонда һөйрәлеп килә икән, ундай сәнғәт халыҡҡа кәрәкмәй", - тип әйтә торғайны... Ошо һүҙҙәр, уҡыу йылдарынан уҡ, аңыма ныҡлы һеңеп ҡалғанғамылыр, ижади сараларға тотонор алдынан, мин уның тамашасыға кәрәкме - юҡмы икәнен уйлайым.
..."Йөрәк һүҙе" халҡыбыҙға кәрәклектән тыуҙы! Уның нисек, ниндәй форматта үтерен һуңғы көнгәсә, ижад төркөмөнән башҡа, бер кем дә белмәне...
Жанры - тел, форматы - бәйге, майҙан тотоусылар һаны -10 пар, бүләге - автомобиль!
Баһалау күҙ алдында бара - сәхнәлә (!) , комиссия ағзалары Еңеүсене билдәләй, ә инде залдағы халыҡ үҙе "Тамашасы һөйөүе" призын (100 000 һум) тапшырырға хоҡуҡ ала. Был мәҙәни сара көтөлмәгән яңылыҡ һәм шаҡ ҡатырырлыҡ хәл ине!
"Наилә апай, ике шиғыр уҡыған өсөн машина бирәләрме ни?"- тигән һүҙҙәр ишетелде, әммә был шиғыр уҡыусылар конкурсы түгел - сәхнәләргә сығып, ҡанһырап торған, бер кемде лә битараф ҡалдырмаған, Туған телебеҙ - башҡорт теле яҙмышы менән бәйле, аһ-зарыбыҙҙы уртаға һалып һөйләй торған батыр йөрәклеләр майҙаны ине ул "Йөрәк һүҙе"! Эйе, бындай бәйгегә сығыу, һис шикһеҙ, үҙе бер батырлыҡ бит!!!
Бүләк, "Йөрәк һүҙе" тип яҙыу теркетелгән машина, опера һәм балет театры бинаһы ҡаршыһына ҡуйылды.
Тамашасылар түҙемһеҙләнеп, көткән сараға билеттарҙы тиҙ арала алып бөттөләр. Ижад төркөмө ҡыҙыу, әммә, бик татыу әҙерлек алып барған көндәр бөгөн хәтерҙә, тарихта уйылып ҡалды. Бөгөн, ул көндәрҙә кисергән ҡыйынлыҡтарҙы, ҡаршылыҡтарҙы, иҫләге лә килмәй, сөнки эшебеҙ һөҙөмтәһе ифрат та матур!
Бер көн алдан, ҡатнашыусы, танылған шағир Азамат Юлдашбаевтың бәйгеселәр йыйылышында бар кешене шаҡ ҡатырып: - "Мин Еңеүсене беләм. Ул - Башҡорт теле!"-тип әйтеүе әле һаман тәндәрҙе земберҙәтә.
Эйе, "Йөрәк һүҙе" - башҡорт теле тантанаһына әүерелде! Был ваҡиға башҡорт интеллигенцияһының, билдәле һәм танылмаған шағирҙәребеҙҙең Туған телебеҙ - башҡорт телен яҡлауҙа һәм һаҡлауҙа тос өлөшө ине!
Еңеүсегә тип тәғәйенләнгән автомобиль, йөрәк өҙгөс, рухлы шиғырҙары менән, әсәле-ҡыҙлы Гүзәл һәм Зөлфиә Ханнановаларға тапшырылды.
Күп көс һалынған мәҙәни сара шулай үтеп китте... Килгән тамашасылар, күңел тулышыуынан, минең кеүек, йоҡламай, таң аттырҙылар буғай... Телефоным бер генә минутҡа ла тынманы, социаль селтәрҙәге постар йөҙәрләгән комментарийҙәр менән тулды, күпме шиғри юлдар, рәхмәт һүҙҙәре ҡыуандырҙы ла, илатты ла...
...Һуңынан нимәләр булғанын аңлап та өлгөрмәнем... "Ҡурай" каналында башҡарған вазифаны бушатырға ҡуштылар, ғариза яҙҙым, минең арттан, "Ҡурай"ҙың беренсе көндәренән алып хеҙмәт иткән Зилә Дибаева эйәрҙе... Аптырашта ҡалған БСТ етәксеһе: -"Мин һеҙҙе шундай уңышлы проекттан һуң сығарып ебәрһәм, башҡорттар мине аңламаясаҡ, беҙгә күсегеҙ",- тине. Тыңланыҡ. Студияла 200-ҙән ашыу шиғри открыткалар яҙҙыҡ, тиҫтәләгән шағирҙәр ижады зәңгәр экрандарҙа уҡылды.
"Йөрәк һүҙе -2018" шиғриәт бәйгеһе тағы ла халҡыбыҙҙың көнүҙәк проблемаларын күтәреп сыҡты. Унда эскелек, ғаризалар яҙып үҙ телеңде өйрәнеү, Тыуған яҡтарҙа эш тапмай, ирҙәрҙең Себерҙә йөрөүҙәре, урмандарҙың вайымһыҙ киҫелеүе, сит яҡтарҙа йөрөгән башҡорттарҙы ҡайтарыу, балаларҙың тере ата-әсәләре бар саҡта мәхрүм, йәтим үҫеүҙәре һәм башҡа әрнеткес темалар күтәрелде. Бигерәк тә, Учалы шағиры Фәнил Бүләков менән уның ҡыҙы Азалия уҡыған, Республикабыҙҙың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа бағышланған "Ил Ағаһы" исемле шиғыры бар тамашасыны тетрәндерҙе, илатты һәм залды көслө алҡыштарға күмде. Әйтеп үтәһем килә, Мортаза Ғөбәйҙулла улының был юлдарҙы тыңлағанда күҙҙәренән йәштәр аҡты, үҙем күрҙем... Уның ҡабатлап тыңлауын ҡарап, мин дә күҙ йәштәремде тыя алманым... Аңлауығыҙса, "Йөрәк һүҙе"н, уның һорауы буйынса, мин дискка яҙҙырып алып барҙым, сөнки ул БСТ-ны ҡарамай. Ул - "Йөрәк һүҙе"ндә, даими бүләген икенсе урын өсөн тәҡдим итте. Бының өсөн уға айырыуса ҙур рәхмәт!!!
Көсөргәнешле икенсе бәйгелә ирле -ҡатынлы Гөлназ һәм Руслан Хайсаровтар еңеүгә өлгәште. Улар үҙҙәренең һуңғы шиғырҙарын: -"Ҡуштауымды һаҡла, хоҙайым!"- тиеп тамамланылар. Ошо, оло сәхнәнән яңғыраған өс һүҙ арҡаһында, "Йөрәк һүҙе -2018" эфирҙа ни бары бер генә тапҡыр күрһәтелде.(!)
...2019 йыл - Рәсәйҙә "Театр Йылы" тип иғлан ителде һәм был йыл Башҡортостандың халыҡ шағиры, драматург Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейы ла ине. Ошо ике ваҡиғаны күҙ алдында тотоп, "Йөрәк һүҙе" шиғриәт бәйгеһенә, был юлы, тик артистар ғына майҙанға сыҡты.
Беренсе сығыштарында бәйгеселәр фәҡәт Мостай ағайҙың шиғырҙарын уҡыһа, икенсе, өсөнсө сығыштарында улар ирекле теманы алған инеләр. Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Земфира Байбулдина был бәйгелә йән өшөткөс һәм, шул ваҡытта, иҫ китмәле һоҡланғыс, илаһи көскә эйә, һөйөүгә һуғарылған, үҙенең Әсәлек яҙмышын һөйләп, Еңеүгә иреште. Был, ысын мәғәнәһендә, Әсә кешенең Йөрәк һүҙе булды!
... Ә инде, 2020-се йыл "Йөрәк һүҙе" өсөн дә, Башҡортостаныбыҙ, илебеҙ өсөн дә оло Һынауҙар үтеү йылы булды... Ер йөҙөн Тажлы сир баҫты...
... Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған бәйгенең төп маҡсаты шиғриәт аша Ватаныбыҙ яҙмышының, кешелектең ауыр, ҡанлы һынауҙарҙы үтеп, халҡыбыҙға азатлыҡ бүләк иткән ҡаһарман атай-олатайҙарыбыҙға мәдхиә йырлау ине... Студияла бер нисә тиҫтә видеояҙмалар эшләнелеп март айына күскәс, пандемия башланыуы сәбәпле, бәйгелә ҡатнашыу өсөн онлайн конкурс иғлан иттек. Шунан... ...Шунан Ҡуштау ваҡиғалары башланды... Мин, тап ошо осор, ҡаты сирләһәм дә, социаль селтәрҙәр, телефон аша эштең ҡыҙыу, бик ҡыҙыу икәнен тойоп яттым, юҡ ятманым (!) - әүҙем яҙыштым, шәхсән уй-фекерҙәремде халыҡҡа еткереп торҙом. Улар минең Йөрәк һүҙем ине... Әлбиттә, минең комментарийҙарҙы, постарҙы кемдер оҡшатты, кемдер оҡшатманы... Валлаһи, мин башҡаса эшләй алманым... "Күп яҙыштығыҙ, Наилә Абдулхаевна, не надо было. Теперь, придётся нам с Вами расстаться",- тинеләр, һәм, мин "Хуш БСТ!" - тип киттем... Минең арттан Зилә Дибаева ла китте...
... "Бөйөк Еңеү темаһын онотоу килешмәҫ, уны башлағас, еренә еткереп тейешенсә, эшләп ҡуйырға кәрәк", - тине, мине үҙенә саҡырып, Илшат Азамат улы Тажетдинов. Шулай итеп, беҙ, һуңлап булһа ла, шул уҡ ижади төркөм менән, Йөрәк һүҙе -2020" шиғриәт бәйгеһен тамашасылар иғтибарына тәҡдим итә алыуға ирештек. Ошо урында, Илшат Азамат улына оло ихтирамымды һәм сикһеҙ рәхмәтемде еткерәм. Беләһегеҙме, ул, был вазифаһы буйынса, мәҙәни сараларға яуаплы етәксе түгел, әммә, ҡысҡырып, бөтә донъяға күрһәтеп түгел - саф күңеленән үҙ халҡына, милләтенә ярҙам ҡулы һуҙыусы рухлы башҡорт ул! Ундайҙар хәҙер юҡ кимәлендә - был яраҡлашыу түгел, был минең күңелемдән ихлас әйтелгән һүҙҙәр.
...Дүртенсе бәйге хистәргә бигерәк тә бай ине. Һуғыш темаһы - ауыр тема. Уны үҙләштереп һөйләүе лә, тыңлауы ла еңел түгел. Иҫ китмәле талантлы, рухи көскә эйә бәйгеселәр тамашасыларҙың күңелен берсә иретте, берсә һыҙлатты һәм, иманым камил, һоҡландырҙы!..
Еңеүсеһе уҡымышлы, аҡыллы, бер һүҙһеҙ "Тел оҫтаһы", - тип ғорурланып әйтерлек йәш кенә Кумертау районы егете Инсаф Йәмилев булды.
Был бәйгенең видеоверсияһы, әлегә тиклем бер ерҙә лә, күрһәтелмәне, әммә, хөрмәтле тамашасылар, был тапшырыуҙы мин һеҙҙең иғтибарығыҙға, алла бойорһа, мотлаҡ сығарырмын тип өмөтләнәм...
... Күптәрегеҙ, хәлдәр былай хөрт булғас, нисек итеп "Йөрәк һүҙе.Рәми" шиғриәт бәйгеһен үткәрергә йыйына икән был тип уйлайһығыҙҙыр. Илшат Азамат улы Тажетдинов саҡырып: -" Наилә апай, беҙ бит һеҙҙең менән Ғариповсылар, Рәми ағайыбыҙҙың 90 йәшенә бағышланған "Йөрәк һүҙе"н үткәрергә тейешбеҙ", - тип әйткәнгә тиклем был проектымды тағы ла бер сәхнәгә сығарырмын тип хыялланырға ла баҙнат итмәй инем.
Уның, ошо һүҙҙәренән һуң, мин Башҡортостаныбыҙҙың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың юбилейына арналған онлайн конкурс иғлан иттем. Әлеге көндә, бәйгеселәр исемлеге, эксперт советы ҡарары буйынса, билдәләнде. Һеҙ улар менән танышып та өлгөргәнһегеҙҙер. Иманым камил, майҙан ҡыҙыу буласаҡ!
Алла бойорһа, "Йөрәк һүҙе.Рәми"ҙе апрель урталарында үткәрербеҙ тиеп кенә торғанда, ҡапыл телефоным шылтыраны...
... Шылтыратыу Аҡ йорттан ине...

... Алла бойорһа, "Йөрәк һүҙе.Рәми"ҙе апрель урталарында үткәрербеҙ тиеп кенә торғанда, ҡапыл телефоным шылтыраны...
... Шылтыратыу Аҡ йорттан ине...
... Көтмәгәнгәме, әллә, бәйгеселәр араһында, танылған исемдәр булғанғамы, ниңәлер, күңелгә шом инде... Иртәнге сәғәт 10:00-ға билдәләнгән осрашыу, әйтерһең, оҙон 1 йылға һуҙылды...
...Ниңә әле шулай тулҡынланам?.. Әгәр ҙә, Илшат Азамат улы: - "Наилә апай, мин Һеҙгә, "Йөрәк һүҙе"н, һәр ваҡыт, эшләргә ярҙам итеп килдем, артабан, булмай... Быға һеҙ үҙегеҙ ғәйепле", - тиһә, мин уға нимә тип яуап бирермен?..
...Был донъяла бер нәмә лә тиккә генә түгел...
...Яҙмыш та, кешене , фәҡәт, ул ғына үтергә тейеш һуҡмаҡтарҙан йөрөтә бит...
... Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та был тормош...
Мин, Мостай Кәримдең "Салауат"ын салауат дәүләт башҡорт драма театрында ҡуйғас, Нәжиб ағай Асанбаев миңә "Зәки Вәлиди" трилогияһын һуҙып: - "Һин "Салауат"ты сәхнәләштерҙең, "Зәки"ҙе лә ҡуйырһың", - тип, яҙмаларын ҡулыма тотторҙо. Шулай итеп, "Көҙән башҡорто" исемле сәхнә әҫәрем, башҡорт драматургияһы Аҡһаҡалы Нәжиб ағай Асанбаев менән мине, мәңгелеккә оло Дуҫтар итте.
... Йылдар үтте...
... Фани донъяларҙан китергә теүәл 3 көн ҡалғас, ул - үлем түшәгендә ятҡан ветеран, балалары аша мине саҡыртып алды... Эргәһенә үткәс:
- "Башҡортостанда 92 мәктәпте ябалар икән, шул дөрөҫме?.. Улар бит төпкөлдәрҙәге милли уҡыу усаҡтары - япмаһындар! Япһалар, телебеҙ бөтөр - туған телебеҙ бөтһә, милләтебеҙ бөтөр... Ошо һүҙҙәремде васыят итеп ҡалдырам - һин уны, мине оҙата килгән халыҡҡа еткер, унда олоһо ла, кесеһе лә булыр, ҙур хужалар ҙа килер... Һиңә һүҙ бирмәҫтәр, шуға күрә, мин балаларыма аңлаттым - ғаиләм исеменән оҙатыу Һүҙен һин әйтерһең... Мин һиңә ышанам",- тине...
... Ошо һүҙҙәрен әйтеп, ул иңдәремә, шул саҡта уҡ, оло яуаплылыҡ һалған һәм минең күңелемә "Йөрәк һүҙе" проектын тыуҙырыуға орлоҡ сәскән икән!..
...Эйе, күпте күргән Аҡһаҡал васыятын, мин бөгөн тап шулай ҡабул итәм. Ҡабул итәм тием дә, әсенеүҙән йөрәгем, хатта, сәнсеп ҡуя!.. Эх, Нәжиб ағай, Нәжиб ағай, һеҙҙең кеүек Илен һөйөүселәр, уның өсөн утҡа-һыуға инеүселәр һирәгәйә шул донъяла, һирәгәйә... Әжәл ҡаршыһында ла, һин бит Туған тел, милли мәктәп, милли театр тип яндың, көйҙөң, ә бына 100 йыллығыңды, ғәфү ит, әйтмәй булдыра алмайым, шым ғына үткәреп ебәрҙеләр... Мин, театрҙарға шылтыратып та ҡараным, әммә, улар өҫтән ҡарар төшөүен көтөп, күҙ йомдолар... Араларында, етәкселек эшенән мутлыҡтары өсөн ҡыуылғас, Республикабыҙ Башлығына барып, сал башыңды эйеп, һин ҡотҡарып алып ҡалған ,теге егет тә, боҫоп ҡалды. Был хәл мине тамам "үлтерҙе"...
Ни тиһәң дә, бөгөн, донъя ҡиммәттәре пыран-заран килде шул...
Ватан, Тыуған Ил, Тыуған Ер, Туған Тел төшөнсәләренә ҡараш үҙгәрә бара - ҡыҙғаныс, хатта, ҡурҡыныс... Кеше күҙен аҡса, мөлкәт томалай, быларҙың ваҡытлы ғына ҡиммәт икәнен аңлатыу саралары юҡ тиәрлек. Мәғлүмәт, кино, телевидение, интернет икенсе ҡиммәттәргә ҡоролған... Бәлки, ошоларҙы төптән аңлап, халҡыбыҙ араһынан рухи байлыҡҡа, битарафһыҙлыҡҡа ынтылған милләттәштәребеҙҙе күреп, уларға тейешле иғтибар бирергә, улар менән күберәк аралашырға, уларҙы үҫтерергә кәрәктер?.. Шәхестәр кәрәк беҙгә, үҙ көстәренә ышанған, күңел нуры менән башҡалырҙы йылытҡан, яҡтыртҡан, аҡыллы, тәүфиҡлы, иманлы Шәхестәр кәрәк!!!
"Йөрәк һүҙе"нең төп маҡсаты ошо ҡиммәттәрҙе кешеләргә төшөндөрөүҙән ғибәрәт, иманым камил, был бөгөн бик кәрәк мәҙәни сара!
Мин ошоға ышанам һәм, үҙем, хаҡлы ялда ятыуыма ҡарамаҫтан, Илшат Азамат улы кеүек дәүләт эшмәкәрҙәре ярҙамына таянып, ошо проектты эшләргә тырышам. Рәми ағайҙың рухы - ул башҡорт рухы! Йәшәтәһе ине ошо тойғо-хисте, йәшәтәһе ине!!!
... Төн һуҙылды, таң атмай арыу ғына ҡаңғыртты...
Мин иртәгәһен, тәғәйенләнгән сәғәткә, һүнеп барған өмөт менән, Аҡ йортҡа барып индем.
Илшат Азамат улы мине бик тыныс, яҡты йөҙ менән, ихлас ҡабул итте. Тәмле сәй ҡуйҙы, хәл-әхүәл һорашты. "Йөрәк һүҙе" яңылыҡтарын, үҙе иғтибар менән минең яҙмалар аша социаль селтәрҙәрҙә ҡарап барһа ла, һәр бер ойоштороу аҙымын ентекләп һораны. Эксперт советы эше менән ҡыҙыҡһынып, "Йөрәк һүҙе.Рәми" шиғриәт бәйгеһендә майҙан тотасаҡ егет-ҡыҙҙарға уңыштар теләне. Был юлы шиғриәт бәйгеһендә ир-егеттәрҙең күплегенә ҡыуанды.
Мин, тынысланып тын алдым ғына тигәндә, ул: - " Наилә апай, әгәр ҡаршы булмаһағыҙ, Һеҙҙең менән бер кеше осрашып, һөйләшергә теләгән ине, уны саҡырайыммы?"- тине лә, эске телефондан шылтыратып, Азат Шамил улы Баҙрановты саҡырҙы.
...Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, ул минең белгән, аралашып йөрөгән кешем түгел. Уның, минең менән һөйләшергә теләүе, бер-аҙ ғәжәпләндерҙе. Оҙаҡ та үтмәне етеҙ атлап Азат Шамил улы килеп тә инде. Ул һөйләшеү йүгәнен үҙ ҡулына алып, "Йөрәк һүҙе" хаҡында белеште, ғариповсылар булараҡ, гимназия, уҡытыусылар, тәрбиәселәр тураһында ҡыҙыҡһынды, йылы хәтирәләрҙе лә тирбәтте...
Аралашыу барышында, мин артыҡ борсолоуымдың юҡҡа икәнлегенә төшөнгәндәй булдым.
" "Йөрәк һүҙе" проекты халҡыбыҙға кәрәк икән, тимәк, беҙ уны матур итеп, тейешле кимәлдә уҙғарырға тейешбеҙ, Наилә апай, эфирға ҡайтарыуҙы ла хәстәрләрбеҙ - үткәндәрҙе онотайыҡ, алға бергә атлайыҡ. Башҡортостан - беҙҙең уртаҡ Йортобоҙ, унда тыныслыҡ хаким итергә тейеш",- тине ул.
Һөйләшеү оҙаҡ барҙы, Илшат Азамат улынан Азат Шамил улының бүлмәһенә күсеп, унда ла һүҙ дауам итте. Республикабыҙҙа үткән ваҡиғаларҙы ла, ике ярға бүленеп, аңлашмаусанлыҡ даръяһында тыуған мөнәсәбәттәрҙе лә, барыһын да, урап үтмәй, уртаға һалып әңгәмәләштек. Күберәген, әлбиттә, ул һөйләне, йәмғиәт, дәүләт эшендә эшләгәндәрен, борсолоуҙарын, уңышҡа килтергән тырышлыҡтарын һәм республикабыҙҙа йәшәгән барлыҡ халыҡ менән, берҙәм рәүештә, бергә алға атлау теләген әйтте. Уйҙары изге, ахырыһы, был егеттең тип тыңлап, ҡарап ултырҙым.
... Беләһегеҙме, ишеткәндәремә ышанаһы килә...
... Эх, матур, иҫ китмәле башҡорт Илендә татыу, тыныс, ҡулға-ҡул тотоношоп, йырҙа йырланғандай, бәхеттә-шатлыҡта ғына йәшәргә ине!..
...Уйлап ҡараһаң, бөтә нәмә үҙебеҙҙән тора бит, үҙебеҙҙең теләктән, таҙа, матур ниәттәребеҙҙән, ҡылған эштәребеҙҙән, күңел сафлығынан!..
...Эйе, бөтә нәмә үҙебеҙҙән тора!

Наилә Сәфәрғолова
Наилә Сәфәрғолова
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: