Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Февраль 2022, 12:15

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ "Теге өсәү"Был хаҡта миңә Аҡъяр ауылында йәшәгән ҡайнағам Айҙар Мәҡсүтов һөйләгәйне. Артабан лаҡапҡа әйләнер инде.

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ

"Теге өсәү"

Был хаҡта миңә Аҡъяр ауылында йәшәгән ҡайнағам Айҙар Мәҡсүтов һөйләгәйне. Артабан лаҡапҡа әйләнер инде. Улар күп итеп бройлер тоҡомло тауыҡ себештәре һатып алған. Үкенескә күрә, ниндәйҙер "һалыу" һуғып, себештәре ҡырыла башлаған да, өсәү генә тороп ҡалған. Бер көн иртәнсәк радиола "Теге өсәү" һөйләй башлаған саҡта сәй эсеп ултырған ҡайнағам Лилиә ҡайынеңгәнән: "Теге өсәү тышта йөрөйҙәрме, үлмәгәндәрме?" — тип һорай икән. "Аһ-аһ, нишләп үлһендәр ти, ана һөйләп торалар бит," — тип яуаплаған ҡайынеңгә.

"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 592-се күҙәтеү.

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: