Фирүзә АБДУЛЛИНА
ФЕВРАЛЬ БУРАНЫ
(Яратҡан шағирҙарым Рәми Ғарипов һәм Рафаэль Сафинға)
Февраль. Буран. Башта – Рәми, Рәми...
Ҡар буралай кәртә-ҡураны.
Ергә килгән Рәми, ерҙән киткән –
Шаһит булған февраль бураны.
Яҙмышҡайы – буран ярған юлсы,
Хәҡиҡәтте эҙләр юлаусы,
Милләтен һәм телен маяҡ итеп,
Ғәҙеллекте яңғыҙ юллаусы.
Февраль бурандарын туҙындырып,
Рафаэль дә килгән донъяға,
Ул да, усаҡ кеүек, дөрләп һүнгән,
Шиғырҙары һаман саң ҡаға!
Ижадынан һаман ҡан аға...
...Йөрәк ҡайсаҡ урынынан ҡуба,
Ҡайҙан йәнгә урын табаһы?!
Үҙ-үҙемә аңлатырға итәм:
- Һин дә бит һуң февраль балаһы!
Улар – даһи. Ә мин һуң кем инде?
Бер ғашиҡ йән бөйөк ижадҡа,
Кемдер мине лә бит шағир һанай,
Кемдер – йөръәт иткән бер затҡа.
Ғүмер – ҡыҫҡа, ижад – мәңге. Һеҙһеҙ
Ер Ҡояшты нисә ураны?..
Ҡоторона һаман, тулай, дулай
Һис ғәйепһеҙ февраль бураны.
Фирүзә АБДУЛЛИНА.