Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Февраль 2022, 12:30

Зәһрә ҠОТЛОГИЛДИНА

Зәһрә ҠОТЛОГИЛДИНА * * * Яңғыҙ ғына атлап киләмБаш ҡала буйлап.Таныш һуҡмаҡтарҙан үтәмГел һине уйлап.

Зәһрә ҠОТЛОГИЛДИНА
Зәһрә ҠОТЛОГИЛДИНА

Зәһрә ҠОТЛОГИЛДИНА

* * *

Яңғыҙ ғына атлап киләм
Баш ҡала буйлап.
Таныш һуҡмаҡтарҙан үтәм
Гел һине уйлап.

Өфөнөң һәр бер мөйөшө
Һаҡлай хәтирә.
Бөтәһе лә, йәнде өтөп,
Төшә хәтергә.

Урам сатында осрашыу
Яҙмышҡа яҙған.
Мин алдараҡ тыуған, ә һин
Һуңғараҡ ҡалған.

Тик шул көндән беҙҙең юлдар
Йәнәшә барҙы.
Ижад тигән ҡиблаларға
Һуҡмаҡтар ярҙы.

Бында беҙҙең туйҙар үтте,
Бәпәй туйҙары.
Өй туйҙары, яңы сыҡҡан
Китап һыйҙары.

Ерҙәге һуңғы туйың да
Үтте ошонда.
Хәҙер беҙҙең бергә саҡтар
Бары төшөмдә.

Өфөнөң һәр бер урамы
Хәтирә һаҡлай.
Яңғыҙ түгелмен бит, янда
Үткәндәр атлай.
Зөһрә Ҡотлогилдина.

Зәһрә ҠОТЛОГИЛДИНА
Зәһрә ҠОТЛОГИЛДИНА
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: