Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Февраль 2022, 12:40

Таңһылыу Вәлиева

Таңһылыу ВӘЛИЕВА ҠУРМАС"Елкәнемдән тоҡ тектеләр,Эсендә ята бойҙай"( Буранбай Исҡужин*)Бер туҫтағын миңә бирһәң,Ҡыҙҙырыр инем ҡурмас.Кеҫәһендә ҡурмас булғанБер ҡасан да ас булмаҫ.

Таңһылыу Вәлиева
Таңһылыу Вәлиева

Таңһылыу ВӘЛИЕВА

ҠУРМАС

"Елкәнемдән тоҡ тектеләр,
Эсендә ята бойҙай"
( Буранбай Исҡужин*)

Бер туҫтағын миңә бирһәң,
Ҡыҙҙырыр инем ҡурмас.
Кеҫәһендә ҡурмас булған
Бер ҡасан да ас булмаҫ.

О ҡурмас! Башҡорт ризығы!
Бер усы - бер туйырлыҡ.
Шул ҡурмас, шул талҡанына
Һәйкәл ҡойоп ҡуйырлыҡ.

... Сүлмәк майлап, утҡа ҡуйҙым,
Эсендә - ҡыҙыл бойҙай.
Сырт - сырт итеп, ярыла - ярыла
Һикерә, сүлмәккә һыйиай.

Иҫеңдәлер ҡурмас еҫе?
Тәме лә телеңдәлер.
Үҙең дә юҡ, бойҙайың да,
Елкән тоғоң кемдәлер.

Һинең тоғоңдағы бойҙай
Тос ине бит, туҡ ҡына.
Шул ҡыҙыл бойҙайҙы бөгөн
Ҡара тупраҡ юҡһына.

Таңһылыу Вәлиева.

Таңһылыу Вәлиева
Таңһылыу Вәлиева
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: