Ринат ШӘЙБӘКОВ
ШОМА*
Хикәйә
- Ағый, быйыл Яңы йылды беҙҙә ҡаршыларбыҙ, йәме! Беҙ бит ауылда бер туғандар икәү генә. Киленең әле шул хәстәрҙәр менән мәж килә. Башҡа бер кем дә булмай, Яңы йыл байрамы ғаилә байрамы бит. Атай-инәй иҫән саҡтарҙы, ҡырҙағы туғандарҙы иҫләп бер ултырайыҡ әле. Еңгә менән икәүләп кискә килеп етерһегеҙ, йәме! - Сәғитйән ҡустыһы тракторын газға ныҡ баҫып тороп Ғилметдин ағайҙарҙың өйҙәрен үтә биреп, унан артҡа сигенеп туҡтатып, һүндереп тормайынса ғына килеп кереү менән шуларҙы теҙҙе.
- Ярай, еңгәңә әйтәйем әле. Ғәҙиләү, ана ҡәйнешең Яңы йылды беҙҙә ҡаршылайыҡ, тей ҙә, нимәшләйбеҙ?
- Үҙ белдеге менән генә йөрөйҙөр был ҡәйнеш, уға ышанып барырың, ә унда шыш та пыш та булмаһа? Ул ни, “билдәле билле ҡош”, үҙең беләң дә, бауай...
- Ә, юҡ-юҡ, еңгә, ана килендәшең үҙе әйтте, бар, әйтеп кил, икенсе план ҡороп ҡуймаһындар, тип иртә менән ебәрҙе.
- Ярар һуң, улай булғас, барырбыҙ, ивет, бисәкәй?
- Вәт рәхмәт, шатландырҙығыҙ ағый, еңкәү. Ҡайҙа, еңкәкәйем, берәй нәмәң ултырмаймы, шатлыҡтан берәйҙе тотоп сығайым!
- Ана ла, шуға ышанырға итәңме, кискә лаяҡыл булып ятыр әле, ҡайтып етә алһа әле бөгөн...
- Кисә Йомадилдарға бесәнгә барғайным, эштән һуң сәмәйен ултыртты, иртән торғас баш сатнап торғанға ғына һорайым, еңгәкәйем. Булһа йәлләмә инде эй, еңгәкәйем, бойҙай араһында бер арпа бөртөгө бит үҙең...
- Хәҙер бынау ижау менән бер ялпайтһам, башың сразы төҙәлер! Ҡайһылай әртисләнә, ҡара һин аны...
- Юҡ, юҡ еңгә, бөттө, ҡайтым-ҡайттым, шаярттым, малды ла асып сығарып бесән ырғытып ҡына киткәйнем, аҫтарын таҙарта һалайым, мәкене киңәйтеп уяйым, урамдағы башҡа ваҡ-төйәк эштәрҙе бөтөрә һалайым. Эй ағый, инде бергә йәшәйек, бер туғандар ҙа беҙ!
- Ҡара уны, ҡустым, еңгәңде беләһең, беҙ килгәнсе иҫереп-нитеп “былағай”ланып ултырһаң ҡайтабыҙ ҙа китәбеҙ, булыр, - Ғәйнетдин ағай энеһен шундай һүҙҙәр менән оҙатып ҡалды. Яңы йылды ҡарсығы менән икәүләп кенә ҡаршыларға өйрәнгән ул, быны ҡустыһы белә тороп ниңә саҡыраһы итте икән, шуға ғәжәпләнеберәк тә ҡуйҙы. Әллә әбейе әйтмешләй, сираттағы бер әртислегеме...
...Бик иркә үҫте шул ҡустылары, барыһы ла иң бәләкәй туғандарын яратып, иркәләп кенә үҫерҙеләр, ата-әсәләре лә кинйә улдарын киләсәктә ҡартайған көндәре уның ҡулына ҡалырына өмөт итеп хәлдәре бар саҡта уны үҙ иркенә ҡуйҙылар. Бар ағай-апайҙары кеүек уның да уҡыуға барымы булды. Свердловск өлкәһендәге Талица ҡалаһындағы Урман техникумын бөтөрҙө, ағас әҙерләү мастеры һөнәренә эйә булды. Уҡып бөткәс, ебәргән ерҙә ике йыл мәжбүри эшләү срогын тултырҙы ла, ауылға ҡайтып леспромхозда мастер булып китте, тик оҙаҡ торламаны ул ауылда. Аҡса шәп түләйҙәр, тип ҡалалағы яңы төҙөлөшкә эшкә урынлашты, шунда өйләнде. Тик илдәге болғаныш, эскелек, эшһеҙлек, ҡытлыҡ осоро иркә ҡустыһын шайтан һыуына әүәҫләндереп өлгөргәнен һуңлап ҡына һиҙҙе ата-әсә, туғандары. Малайы тыуҙы, тик йәш ғаилә тарҡалды, үҙен генә яратҡан Сәғитйән ҡатынын йәберләне, эсеп ҡайтып янъял ҡуптарҙы, ҡатыны сыҙамай ата-әсәһе янына ҡайтып китте. Шунан һуң тағы ла өйләнеп ҡараны ла, айырҙы, тағы алды, тағы айырҙы, эшенән сығып икенсе ергә лә барып урынлашып ҡараны, тик эскене алға ҡуйғас ни, ситтә “балауыҙ һуҙа” алманы. Ата-әсәһе лә ҡартайғас, туғандары төп йортҡа бергә йыйылып энеләренә бик ҡаты талап ҡуйҙылар: “Һин төпсөк бала, йола буйынса донъя һиңә! Етәр һиңә былай өйрәлелә бер кис, бутҡалыла ике кис йөрөүең, ҡайтаһың и все!”. Шулай тип бик ҡаты һөйләшкәс туғандары, Сәғитйән хәлен аңланы буғай, ҡайтырға, эсеүен ташларға, өйләнергә һүҙ бирҙе. Эсмәһә үҙе кеше араһында күрмәлекле генә ҡустылары, йор һүҙле, үҙе торғаны әртис, һә тигәнсе берәй нәмә уйлап табып кешенең һынын ҡатырғансы көлдөрөрә лә, һемәйтә, йәкм ауылса әйткәнсә, “ҡоро ерҙән ағыҙа”, ҡатын-ҡыҙҙы ла ауыҙына ҡарата торған һәләте бар. Мәктәптә уҡыған сағында уҡ сәхнәгә сығып кеше көлдөрөргә оҫта булды. Шул саҡта уҡ дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы һаман да кейәүгә сыҡмаған, тәки шуны ышандыра алған бит әле. Уныһы барыбер ишетә-күрә йөрөгәндер ҙә инде, уның мажараларын, Ғәйнетдин ағай аптырай, ул һәйбәт кенә ҡыҙҙыҡайҙың уға сығырға риза булыуына. Әллә ысынлап та мөхәббәт тигәнең шулай буламы икән, ғәжәп!
Бик һәйбәт йәшәп киттеләр. Туғандары ла, нәкәнис, аҡылға ултырҙы лаһа был “әртис”, тип тынысланды. Ата-әсәһе янында ҙур иркен, ике яҡлы йортта - әҙер донъяла тормош ҡороуы әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырманы йәш ғаиләгә. Сәғитйән элекке эшенә киренән урынлашты, бер-бер артлы балалары тыуҙы, ата-әсәһе уларҙы ҡарашырға терәк-ярҙамсы булды, фронтовик атаһының пенсияһы ла арыу ғына, әсәһенең пенсияһы, килендәренең дә медпунктта санитар булып эшкә кереүе файҙа. Ата-әсәһе тере саҡта ғына һиҙелмәгән икән, ара-тирә эсһә лә, былай, “Сибай китеп” йөрөгәне юҡ. Бер-бер артлы улар гүр эйәһе булғас, ҡустылары элекке ғәҙәтен иҫенә төшөрҙө бит, ҡәһәрҙе. Ауырыу тиһәләр ҙә ул эскене, Ғәйнетдин ҡустыһының иркәлектән шашыуы, тип кенә аңлай был ҡылығын. Йә, донъя етеш, бына тигән уңған ҡатыны бар, ҡурсаҡ һымаҡ балалары үҫеп килә, нимә етмәйҙер инде. Һуңғы йылдары әйтеп-әйтеп тә килештерә алмағас, Ғәйнетдин ағай теләһәң ни эшлә, аңламағас, тип ҡул һелтәп, уның урамына аяҡ баҫмаҫ булғайны. Ауылдың боронғо осонда йәшәгәс кешенән генә ишетә ҡустыһы тураһында хәбәрҙәрҙе. Эсеп “туйһа” бер аҙ ташлап тора ул, шундай араларҙың береһендә күрше райондағы тарҡалып барған бер ойошманың арбаһы менән тәгәрмәсле тракторын белешеп, һатып алып ҡайтҡан тинеләр. Теле генә түгел, ҡулы оҫта ул шайтандың, көйһөҙ двигателе өсөн бик осһоҙға ғына эләктергән дә, алып ҡайтҡас, двигателен һүтеп ташлап, яңынан йыйып алған, әле сәғәт һымаҡ эшләй икән. Шулайҙыр, гел ағаһы янынан газға бик ныҡ баҫып, төтөнөн борхотоп үтеп китә. Эсмәһә ауыл ерендә башҡа ерҙә эшләмәһә лә, ғаиләне туйындырып була инде лә ул техника менән. Яҙын һабан, йәйен бесән сабыу, көҙөн-ҡышын утын-бесән ташыу, бөткәнме ни ауылда эш. Кеше ни, эшкә ҡушһа, шул шайтан һыуын өҫтәлгә йылп итеп килтереп ултырта һала. Ғүмер буйы леспрохозда трелевочный тракторҙа эшләп ялға сыҡты Ғәйнетдин ағай, барыһына ла һәр саҡ ярҙам итә торғайны. Ҡышын бер ике аҙнаға леспромхоз эшселәренә утын бесән ташыу өсөн уны тракторы менән ауылға ҡайтара торғайнылар. Ауыҙына алманы ул нәмәкәйҙе бер саҡта ла. Бөтә эште лә, шатлығын да, ҡайғыһын да шуның менән йыуыу ғәҙәти күренешкә әйләнде бит хәҙер, һай замана, донъяһы ҡайҙа баралыр...
Ғәйнетдин ағай яйлап ҡына йөрөп мал-тыуарын ҡараны, аҙаҡ ҡара-ҡаршы ултырып ҡарсығы менән сәй эсеп алдылар. Кеше инеүен дә аңғармағандар, бер бала кереү менән хәбәрҙәрен тиҙ-тиҙ теҙҙе лә кире сығып йүгерҙе:
- Ғәйнетдин бауай, теге... ней, Сәғитйән ағай йығылған да тракторынан, больницаға алып барырға кәрәк тиҙәр, һин юлға тиклем тракторы менән сығармаҫһыңмы икән, тине Маһинур апайым...
- Эй Аллам, белгән һымаҡ әйттем бит бая, эсәң инде, тип... - ҡарсығы шулай өҙгөләнде, - йылыраҡ кейен, бабай, уның тракторының кабинаһы кабина һынлымы ней, тәҙрәләрен ҡоя һуғып бөткән тейҙәр ҙә...
...Ғәйнетдин ағай барып еткәндә ҡустыһын өйгә алып кергәндәр, таҡтанан носилка һымаҡ нәмә эшләп шуға юрған йәйеп һалғандар. Ағаһы килгәндә ҡустыһы күҙен йомоп ята ине. Ағаһын күргәс иламһырап:
- Ағый, бына һәләк кенә булдым бит, ай билем, сыҙай алмайым...
- Иртән сығып киткәненән яңыраҡ ҡына ҡайтып керҙе. Тракторын һүндергәс тә был ниңә оҙаҡлай икән, тип сыҡһам - ята был, “нимә эшләп ятаһың, тор әле”, - тип килеп йәбешкәйнем, күҙен асты ла аҡырып ебәрҙе: ”теймә лә теймә...”. Ни булды, тиһәм –“билем, билем”, - ти, - “тракторҙан һикереп төшкәйнем, тайып китеп, ҡаты ҡарға килеп төштөм шул”, - тип илай. Күрше ағайҙар менән саҡ-саҡ кереттек инде, тотоноу менән аҡыра. Ҡайнаға, һин тау аша юлға сығарырһың инде, санаторийға барған юлға тиклем скорый бер сәғәттән килеп етер тинеләр. Күршеләр Әхмәт, Миңнулла ағайҙар кейенеп киләбеҙ, тип ҡайтып киттеләр. Эй Аллам, бына мәшәҡәт кешегә, бер ауыҙын тыя алманы ла, ғейберәт!
- Эсмәнем, тинем дә, бисәкәй, ана Яһынгәрәй класташ менән икебеҙгә саҡ ҡына тотҡайныҡ, уны ни... Әйтәм бит, аяғым тайҙы, ай билем, ыһ...
Күрше ҡатын килененә тиклем медпунктта санитарка булып эшләгән, һәр саҡ уның алдында белдекле булып күренергә тырыша, тиҙәр. Бер ҡатырға табып алған да, шуға күмер менән яҙып ҡуйған: ”Ни транспартабилен! Пирилом пазваночника!”:
- Бындай ауырыуҙарға шундай яҙыу булырға тейеш, мотлаҡ, мин участка балнисында “скорый”ҙа эшләгәндә ошолайтып яҙа торғайнылар.
- Һуң, йөрөтөрлөк булмағас, аны ҡуҙғатырға ла ярамай инде, юлға сығып вырачтарҙы ғына алып киләйек, берәй йүнен күрерҙәр!...
Шулай мәшәҡәтләнеп мәж килгәндәрендә даны сыҡҡан иҫерек Сәлмән килеп керҙе:
- Эй, Сәғитйән дуҫ, бәләгә тарығанһың икән дә! Үәт бәлә аяҡ аҫтында, һуң бая ғына ..., - шунан артығын ысҡындырғанын һиҙепмелер, һүҙҙе икенсегә бора һалды, - нисауа, хәҙер медицина көслө, ҡайғырма, тиҙ аяҡҡа баҫтырырҙар. Ғаиләң өсөн ҡайғырма, бында дуҫтарың бар, ярҙам итербеҙ...
Быны ишетеүгә, күҙен йомоп эндәшмәй ятҡан Сәғитйән ҡапыл башын күтәрҙе:
- Ә, нимә тинең?
- Һуң, Сәғитйән дуҫ, ҡайғырма, тим, дуҫтарың барҙа ғаиләңде...
- Әәә, әле мине больницаға оҙатып, бында оялап алмаға уйлайыңмы әле һин? Минең бисәгә күҙең төштөмө ни әле? Күрһәтәм мин һиңә, күрмәгәнеңде, инәңде...- әле генә ҡуҙғалмай ятҡан Сәғитйән урынынан тороп уҡ ултырҙы, шунан таҡтанан төшөргә аяҡтарын да ҡуҙғата башлағайны күрше ҡатыны:
- Күршекәйем, ят-ят, ҡуҙғалма, бындай хәлдә ҡуҙғалырға ярамай, тыныслан!
Ҡустыһын күҙәткән Ғәйнетдин ағай:
- Йә, был сираттағы кәмитең саманан ашты түгелме һуң, ауһар нәмәкәй?
- Ағый, һынмаған шикелле лә, ҡарале, ҡуҙғала алам да...
- Ярай, беҙ һинең был “әртис”легеңә өйрәнеп бөткәнбеҙ ҙә, һуң “скорый”ҙыҡылар көтөп ултырып, Яңы йылды юлда үткәрһенме, шул турала нисек әҙерәк уйламаның ул, ә, ауһар, башһыҙ, мәкинә!
- Был тиклем дә мейеңде эсер икәнең дә, эсеп ҡайтҡас мине тауыш ҡуптармаһын өсөн уйлап сығарғаның саҡ барып етте башҡа. Уф, нисек ышандыра бит әле, хәшәрәт. Үҙеңдең алкаш дуҫтарыңды ғына һемәйтеп йөрөүең етмәгән, инде ағайыңды, фельдшер ҡыҙыҡайҙы, күрше-күләнде аяҡҡа баҫтырып бөттөк тә, - Маһинур килен илап ебәрҙе.
- Йә, ярай килен, бар берәйһен ебәртә һал, “скорый” сығып өлгөрмәһә, ҡуҙғалмаһындар, иҫкәртә һалырға кәрәк! Сыҡһалар барырға тура килә инде әйтергә. Килене үҙе сығып йүгерҙе. Бер аҙҙан аһылдап ҡайтып керҙе:
-Уй ҡайнаға, әлдә сыҡмаған булғандар: ”Ярай шылтыратып өлгөрҙөң, сығырға тора инек”, - тиҙәр. Бушҡа йөрөтһәк ней, ҡалай оят булыр ине. Мәстүрәгә лә әйтеп сыҡтым, аптечкаһын әҙерләп, кейенеп тора ине, күршеләр ҙә ҡапҡа алдына сыҡҡайнылар, кире борҙом, - шунан иренә ҡарап илауланы, - бер ҡасан да кешене уйлай белмәнең инде, һиңә мин дә, балаларың да кәрәкмәй, шул “ҡоңҡолдаҡ” тамағың ғына уйыңда, тфү, хәшәрәт! Нисек ер күтәрә һине. Иртәгә бөтөн ауыл тулыр инде, ана алкаш әшнәң сразы сығып тайҙы...
Ҡайнағаһы алдында Маһинур килен дә шулай батырайып китте. Ҡустыһы бисәһе килгәнсе үк тороп баҫҡайны:
- Бисәкәй, һуң билем һынған, тип ҡурҡтым, ышанмайһығыҙ ҙа, имгәнмәгәнемә шатланыр урынға... Йә, ярар, бисәкәй ҡарале, сәғәт ун икегә лә күп ҡалмаған да. Ағайымды еңгәм менән икеһен иртән Яңы йылды беҙҙә үткәрәйек, тип саҡырып ҡайтҡайным, өҫтәл әҙерләй һалайыҡ. Ағый, һин бар ҡайтып еңгәмде алып кил, йәме!
- Ундай уйың булғас, эсмәй генә ҡайтып иртән үк әйтеп булмаймы, мин какбутты ҡаршы һеҙҙең аралашып йәшәүегеҙгә. Эй Аллам, шул ауыҙыңды ҡасан тыйырһың икән...
- Былай йөрөһәң, ул имгәнеү ҙә йыраҡ йөрөмәҫ, шома, әртис! Ярай, килен, мин ҡайтайым! Бындай Яңы йыл ҡаршылау башҡаса булмаһын инде. Нуслы ҡайтып ҡарсығым менән ҡара ҡаршы ултырып сәй эсеп кенә ҡаршылайым мин...
- Ағыййй..., башҡаса эсмәйем, был һуңғыһы...
- Ярай, ысынлап ташлаһаң, икенсе йыл үҙемә килерһегеҙ, тотош ғаиләгеҙ менән бергә ҡаршыларбыҙ Яңы йылды!
*Шома – (диал.), Инйәр буйы ауылдарында шыма, һемәйтергә (“ҡоро ерҙән ағыҙырға”) яратҡан, ғәҙәттә, йәшел йылан менән дуҫ булған кешене шулай атайҙар.