Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Февраль 2022, 09:00

Лариса АБДУЛЛИНА

Лариса АБДУЛЛИНА ЯУЛЫҠ БАҘАРЫТөштәремдә күреп уянамын,Был һағыныу йәшәй зиһендә.Яулыҡ баҙарына уҡталамын,Иң шәптәре унда! тимен дә.

Лариса АБДУЛЛИНА
Лариса АБДУЛЛИНА

Лариса АБДУЛЛИНА

ЯУЛЫҠ БАҘАРЫ
Төштәремдә күреп уянамын,
Был һағыныу йәшәй зиһендә.
Яулыҡ баҙарына уҡталамын,
Иң шәптәре унда! тимен дә.

Хыял кеүек, сағыу төҫтә, ана,
Алыҫтарҙан тора саҡырып.
Янып балҡығаны хәтерләтә
Алтын көҙлө тыуған яҡ ҡырын.

Йәшел генә борсаҡлыһы, гүйә,
Бала саҡтан ҡалған бер биҙәк.
Шәреҡ яулыҡтары елберләйҙәр:
Берсә серле, берсә илгәҙәк.

Ниндәй генә туҡымалар менән
Кемдәр генә икән текмәгән?!.
Ҡайһы тарафтарҙың оҫталары
Ниндәй генә нағыш сикмәгән?!.

Ах, яулыҡтар!
Хыялыйҙар итеп
Төштәремә ингән хазина!
Һеҙҙең асылдарға тоғролоғом
Ҡалды микән миндә аҙ ғына?!.

Ҡалды микән беҙҙә сихри асыл?
Ҡалды микән яулыҡ ҡомары?
Яулыҡ япмаҫ ҡатындарҙан тора
Илебеҙҙең милли утары?

Яулыҡтарҙы эҙләйһе лә түгел,
Яулыҡ тулы хәҙер баҙарҙа.
Тик яулыҡтай ҡатын-ҡыҙҙың сере
Тороп ҡалды икән ҡайҙарҙа?

Ҡайһы быуат беҙҙең яулыҡтарҙы
Әләм итеп икән болғаны?
Изге ҡалҡан һаҡлай алыр микән
Иманынан яҙған ҡитғаны?

Төштәремдә, эй, елберләй яулыҡ,
Боронғолоҡ мине саҡыра.
Өҙәремдә мин юғалтҡан асыл
Үкһеп-үкһеп үҙен таптыра!..
2013.
Лариса Абдуллина.

Лариса АБДУЛЛИНА
Лариса АБДУЛЛИНА
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: