Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Февраль 2022, 14:40

Фирүзә АБДУЛЛИНА

Фирүзә АБДУЛЛИНА Кәрәк тә бит...Күңелдәрҙән юйып ташлапНисек ут йотҡандарҙы,Оноторға кәрәк тә битБеҙҙе онотҡандарҙы.

Фирүзә АБДУЛЛИНА
Фирүзә АБДУЛЛИНА

Фирүзә АБДУЛЛИНА

Кәрәк тә бит...

Күңелдәрҙән юйып ташлап
Нисек ут йотҡандарҙы,
Оноторға кәрәк тә бит
Беҙҙе онотҡандарҙы.

Әрәм итмәй йөрәк көсөн,
Ағыуламай ҡандарҙы,
Яратырға кәрәк тә тик
Беҙҙе яратҡандарҙы...

Үтә ғүмер, аға һыуҙар,
Ярҙан ярға ҡағылып,
Яратмағанды яратып,
Онотҡанды һағынып.

Фирүзә Абдуллина.

Фирүзә АБДУЛЛИНА
Фирүзә АБДУЛЛИНА
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: