Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Февраль 2022, 10:10

Тамара ҒӘНИЕВА

Тамара ҒӘНИЕВА ҮҘЕБЕҘҘЕКЕЛӘРБеҙҙекеләр яуға күтәрелде:Төбәп ата беҙҙекеләргә.Түңкәрелә беҙҙең яҡлы баштар,Ҡорбан - үҙебеҙҙекеләргә.

Тамара ҒӘНИЕВА
Тамара ҒӘНИЕВА

Тамара ҒӘНИЕВА

ҮҘЕБЕҘҘЕКЕЛӘР
Беҙҙекеләр яуға күтәрелде:
Төбәп ата беҙҙекеләргә.
Түңкәрелә беҙҙең яҡлы баштар,
Ҡорбан - үҙебеҙҙекеләргә.

Беҙҙекеләр туптан бөгөлөп төшә:
Ныҡ булайыҡ, был бер хаталыр.
Дошман ҡотҡоһолор, алданыуҙан,
Яңылышлыҡтан улар аталар.

Беҙҙекеләр яуға күтәрелде:
Яҡыныңды, имеш, яғала.
Ташҡа ҡаршы аш ырғытып ҡарай
Үҙебеҙҙең яҡлы ябаға.

Әллә микән элемтәлә өҙөк,
Әллә микән ғәйеп (ы)штабта,
Әллә микән беҙҙең үҙ яҡлылар
Ҡолаҡ һалдылармы ошаҡҡа.

Ни булһала, баш күтәрер хәл юҡ,
Беҙҙекләр турай беҙҙекен.
Һыу эскеһеҙ әмәл-сараһыҙ көн,
Һеңгәҙәтә йығыр эҫе төн.

Һуҡмаҡ һалынғайны араларға,
Ҡорбан салынғайны ниәткә.
Изге ине тотҡан юлыбыҙ ҙа,
Аяһыҙлыҡ ҡайҙан көбәктә?

Беҙҙекеләр - беҙҙең башты ашай,
Беҙҙекеләр - беҙҙе тураҡлай.
Беҙҙекеләр беҙҙең үҙебеҙҙе
Эйәләштерәм тип ҡороҡлай.

Аһ, яу ҡыры! Төҫөң ҡороғоро!
Мәкер генә етә баштарға.
Ауыҙлыҡ юҡ бер башҡорттоң башын
Икенсе бер башҡорт ашауға.

Бер көрөшкә ағыу килтерегеҙ,
Иҫәрлеккә хәҙер һалышам.
Имен-аман сығыр саралар юҡ -
Бер-беребеҙ менән алыштан.

Тамара ҒӘНИЕВА
Тамара ҒӘНИЕВА
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: