Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Февраль 2022, 10:00

Инйәр улы

Рәсимә Сәйетғәлина Инйәр улынаҺин, ҡәләмдәш,Инйәр улы булһаң,Ә мин Инйәр ҡыҙы буламын.Бына бөгөн, ҡәләмемде ослап,Һиңә арнап шиғыр яҙамын.

Инйәр улы
Инйәр улы

Рәсимә Сәйетғәлина

Инйәр улына

Һин, ҡәләмдәш,Инйәр улы булһаң,
Ә мин Инйәр ҡыҙы буламын.
Бына бөгөн, ҡәләмемде ослап,
Һиңә арнап шиғыр яҙамын.

Көмбә урамдарын тапап үҫтең,
Инйәр һыуҙарында ҡойондоң.
Башҡалала тормош ҡорғанда ла,
Урман-ҡырҙарыңды юҡһындың.

Тауҙар улы инең. Шуғалыр ҙа
Булды һиндә тауҙай ғорурлыҡ!
Күңелең саф ине.Фиғелеңә
Булғандыр ул хөсөт-ят ҡылыҡ...

Ҡатай тиҫкәреһе булдың, ләкин
Ватаныңды һөйҙөң өҙөлөп.
Ниндәй әсе елдәр иҫкәндә лә,
Һынманың, төшмәнең бөгөлөп.

Хозур тәбиғәтте яратҡанға,
Һәр миҙгелде маҡтап йырланың.
...Ҡапыл китеп барҙың.Ядкәр булып
Ҡалды инде яҙған йырҙарың.

Һине ерләр быуын үҫмәгәйне,
Ҡуҙғалдың һуң ниңә иртәрәк?
Инйәрҙең йырсыһын юғалтыуҙан
Өҙгөләнер, һыҙлар гел йөрәк.

Иҫләр һине һәр саҡ һәр бер һуҡмаҡ,
Көн башы ла һине юҡһыныр.
Кесе Инйәр йырлар һинең йырҙы,
Ярҙарына ҡағып тулҡынын...

Инйәр улы
Инйәр улы
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: