Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Февраль 2022, 09:30

Хисмәт ЮЛДАШЕВ

Хисмәтулла ЮЛДАШЕВБашҡортса һөйләшкәндәМин башҡортса һөйләшкәндә,Әйтерһең, атлы казак.Туған тел һөймәүселәрҙеАттан тапата яҙам.

Хисмәт ЮЛДАШЕВ
Хисмәт ЮЛДАШЕВ

Хисмәтулла ЮЛДАШЕВ
Башҡортса һөйләшкәндә

Мин башҡортса һөйләшкәндә,
Әйтерһең, атлы казак.
Туған тел һөймәүселәрҙе
Аттан тапата яҙам.
Юҡ, уларҙың ат өҫтөндә
Күргем килә сапҡанын.
Йөрәкһеп тойорҙар ине
Башҡорт ҡаны аҡҡанын.
Мин башҡортса һөйләшкәндә
Ат егәмен арбаға.
Үҙәгемде тәмле һыулы
Туҡ-Сораным арбаған.
Мөхәмәтша Буранғол да,
Дауыт Юлтый, Агиш та
Бөтәһе лә шунан эскән,
Һыуҙары бер инештән.
Соран буйҙарынан үтһәм,
Юҡһынам, Бикбай, һине.
Башҡортостан был яҡтарҙан
Башланған булыр ине.
Ырғыҙ, Кәмәлек буйҙары
Бер ҙә түгел миңә ят.
Иҙел буйҙарында йәйрәп,
Ата-бабам йөрөгән яҡ.
Мин башҡортса һөйләшкәндә
Ауылға ҡайтып барам.
Туған телдәр ҡалаларҙы
Яулар, тип хыялланам.
Ҡайтам да ҡарап ятамын
Әсәй яҡҡан усаҡҡа.
Мәңгелек менән һөйләшәм
Кеүекмен был осраҡта...

Хисмәт ЮЛДАШЕВ
Хисмәт ЮЛДАШЕВ
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: