Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ
Иҫерек бәхет
Илъяс улым Уразбаев үҙебеҙҙең яҡта сыҡҡан бер лаҡапты һөйләп көлдөрҙө. Яңы һөйләшергә өйрәнгән бер малай тәҙрәнән Вәхит тигән кешенең үҙҙәренең өйөнә табан килгәнен күреп ҡалған да, әсәһенә:
--Әсәй, беҙгә Бәхет килә ята, әйҙә йәшенәйек, — тигән ҡото осоп.
--Ниңә бәхеттән йәшенергә ти, уның килеүенә ҡыуанырға кәрәк, — тигән әсәһе улын тынысландырып.
--Әсәй, ә Бәхет иҫерек бит, — тигән малайы тәҙрәнән күҙен алмайынса, үҙ-үҙенә урын таба алмай.
"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 589-сы күҙәтеү.