Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Ғинуар 2022, 13:50

Таңсулпан Рәсүл

Бөгөн йәш шағирә Таңсулпан Рәсүлдең был донъяға тәүге тапҡыр ауаз һалған көнө. Ҡәләмдәшебеҙҙе ҡотлап, саф теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ: Таң сулпанылай балҡып йәшә, ҡайғы-хәсрәт күрмә, илһам килеп торһон, Таңсулпан!   ** **Юл сатында туҡтап ҡалған сағым,Ғүмер үтә сабып янымдан.Һуҡмағандай йөрәк сәғәте лә,Арығанмы дөрләп яныуҙан?  

Таңсулпан Рәсүл
Таңсулпан Рәсүл

** **
Юл сатында туҡтап ҡалған сағым,
Ғүмер үтә сабып янымдан.
Һуҡмағандай йөрәк сәғәте лә,
Арығанмы дөрләп яныуҙан?

Күкрәгемә ҡулдарымды ҡуям,
Тойорға тип йәшәү тауышын:
Ашыҡмайса, йөрәк, яйлап һанай,
Яҙмышымдың ваҡыт ағышын.

Мин, әйтерһең, дәүер шаңдауының
Шауҡымында яңғыҙ аҙаштым,
Кешеләрҙән, гүйә, яҙғанмын да,
Бар әсеһен тоям һағыштың.

Йылдар уҙған, йылдар алып уҙған,
Көндәремдең бәхет тулыһын.
Мин, ахыры, аҙашҡанмын эҙләп,
Кешелектең эҙләп йылыһын...

Яҙмышымдың туҡтап ҡалған сағы,
Бөткән сағы янып тәҡәте...
Туҡтаһам да үҙем юл сатында
Туҡтамаһын йөрәк сәғәте..

Таңсулпан Рәсүл
Таңсулпан Рәсүл
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: