Ваҡыт- дошман
Тормош бит ул яу яланы–
Ташланғанбыҙ дошманға.
Еңелерҙе белә күрә,
Яҙмыш шулай ҡушҡанға.
Кемдер ауып ҡала юлда,
Ял да юҡтыр, юҡ тыл да.
Яңы яугир килә сафҡа,
Берәү китһә, юҡ булһа.
Һатылып та булмай бында,
Әсирлек ҡаралмаған;
Юҡ яуҙан ҡасып ҡалыусы,
Юҡ яуға баралмаған.
Алышабыҙ дошман менән–
Беҙ ҡыйыу, беҙ бит кеше!
Ә дошманмы? тик тора ул,
Беҙҙә юҡ һис бер эше.
Тик тора ул... Кешегә лә
Һанамай беҙҙе ваҡыт.
Булмай килешеү ҙә төҙөп,
Туҡмап, ҡурҡытып, ватып.