Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Ғинуар 2022, 21:15

Зәйнәб менән Һәҙиә

Инсаф СӘЛИХОВ 1932 йыл .Һәҙиә Дәүләтшина Зәйнәб Биишева.Репрессияларға иртәрәк. Дәртле йәшлек.Яңы заман, яулыҡ долой. Иҫкене емерәбеҙ яңыны төҙөмәгәнбеҙ. Индустриаль дәүләт төҙөйбеҙ. Коллектив хужалыҡтар ойошторабыҙ. Иҫкелек ҡалдыҡтарынан азат булабыҙ.

Зәйнәб менән Һәҙиә
Зәйнәб менән Һәҙиә

Инсаф СӘЛИХОВ

1932 йыл .Һәҙиә Дәүләтшина Зәйнәб Биишева.
Репрессияларға иртәрәк. Дәртле йәшлек.Яңы заман, яулыҡ долой. Иҫкене емерәбеҙ яңыны төҙөмәгәнбеҙ. Индустриаль дәүләт төҙөйбеҙ. Коллектив хужалыҡтар ойошторабыҙ. Иҫкелек ҡалдыҡтарынан азат булабыҙ.
Барыһы ла алда. Кемгәлер бәхет йылмайыр, кемделер ҡайғы хәсрәт золом көтә.
Күҙ алдына ла килтереп булмаҫлыҡ романдар ошо ике гәлсәр кеүек нәзәкәтле ҡыҙҙарҙан башланыр тип әле берәү ҙә уйланмай.
Әгәр улар инглиз француз немец телдәрендә яҙһалар, улар шул урынында уҡ, донъя классиктары рәтенә инерҙәр,донъя әҙәбиәтенең алтын фондын тәшкил итерҙәр ине тигән уй миңә әле лә тынғылыҡ бирмәй,борсой.
Ниндәй фильмдар төшөрөлмәй ҡалған ул нәфис, ул документаль. Ул ниндәй анализдар эшләнмәгән.Донъя был ҡыҙҙарҙы белергә тейеш ине.
Ә беҙ үҙ телебеҙҙә китаптарын баҫтыра алмайбыҙ. Таушалып бөткән китаптары ғына ҡалды. Әлбиттә ҡыуаныслы, кәштәләрҙә саң баҫып ятмағас. Шулай ҙа йәштәрҙе нисектер китап уҡыуға ылыҡтырырға ине. Ниндәй матур, мәғәнәле хәҙер инде тарихи булырҙай романдар уҡылмай ҡала бит.Балалар мәктәптә булһа ла уҡыһындар ине. Прәме бешеп уҡытырға ине 🔥

Зәйнәб менән Һәҙиә
Зәйнәб менән Һәҙиә
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: