Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Ғинуар 2022, 10:30

Рәми ЙӘНБӘК

Рәмил ЙӘНБӘК БАРЫБЕР Оҙон коридорҙан атлап киләм, Бик оҙон ул, оҙон коридор. Нимә көтә уның аҙағында?– Минең өсөн инде барыбер.  

Рәми ЙӘНБӘК
Рәми ЙӘНБӘК

Рәмил ЙӘНБӘК

БАРЫБЕР

Оҙон коридорҙан атлап киләм,

Бик оҙон ул, оҙон коридор.

Нимә көтә уның аҙағында?–

Минең өсөн инде барыбер.

 

Һөйгөм килде, бик һөйөлгөм килде –

Яҙҙар үтте кеүек аралап.

Аллаға ла күпме ялбарҙым мин –

Табылманы изге дауалар.

 

Һуңланыммы? Әллә иртә тыуҙым –

Бушҡа уҙа төҫлө ғүмерем.

Мин, ахыры, ерҙән киткәстен дә

Үҙ-үҙемде эҙләп йөрөрмөн.

 

...Оҙон коридорҙан атлап киләм,

Бик оҙон ул, оҙон коридор.

Аҙағында, бәлки, яҡтылыҡтыр –

Тик ул инде миңә барыбер.

Рәми ЙӘНБӘК
Рәми ЙӘНБӘК
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: