Марат КӘБИРОВ
Палата һаны беҙ күнеккәнсә ишектең үҙенә түгел, ә ишек янындағы стенаға ҙур итеп яҙып ҡуйылған. Минән дә ҙурыраҡ ул. Күрмәй ҡалыу һис мөмкин түгел. Тик мин уны башта күрмәйенсә йөрөнөм. Шәфҡәт туташы йылмайып төртөп күрһәткәс… Юҡ, артыҡ ныҡ аптыраманым инде… Мин үҙемдә Хоҙай тарафынан бирелгән тәбиғи ахмаҡлыҡтың самаһыҙ икәнен белә инем. Быға тағын бер ҡат ышандым ғына. Ләкин ғиллә унда ғына булып сыҡманы, башҡалар ҙа палата һанын тиҙ генә таба алмайынса нәҡ минең хәлгә ҡала икән.
Ғәҙәттә, ишектең өҫкө яғындараҡ палата һанын күрһәткән кескәй генә шаҡмаҡ эләләр бит инде. Ҡайҙа ла шулай был. Һәм беҙ инде күнегеп бөткәнбеҙ, ҡайһы дауаханаға барып эләкһәк тә беҙ бүлмә һанын эҙләп шунда ҡарайбыҙ. Тапмаһаҡ, “юҡ икән” тип уйлап, ары китәбеҙ. Башҡа ерҙән эҙләп интекмәйбеҙ.
Мин бынан үҙемсә кескәй генә бер һығымта яһаным: һине күрһендәр өсөн ҙур булыуың ғына етмәй, ҙур һәм матур (уңған, аҡыллы, талантлы, оҫта, һ.б.,һ.б.,һ.б.) булыуың бөтөнләй мөһим түгел, һине күрһендәр өсөн кеше күҙе төшә торған урында булыуың кәрәк. Өс тингә тормаҫлыҡ нәмәләрҙең дә ҡайһы сағында бик популяр булыуын бына шуның менән аңлатып була. Ғөмүмән, бының менән бөтөн нәмәне лә аңлатырға мөмкин.
Бер генә һөҙөмтә яһаманым әле мин бынан. Бер ябай ғына күренештән әллә нәмәләр сығарып була икән. Быныһы икенсе һығымта булалыр инде… Үҙеңдән ҙурыраҡ нәмәләрҙе күреү күпкә ҡыйыныраҡ. Бигерәк тә – ул һиңә яҡын булһа. Йәнәшәңдә торһа. Хатта күргән осраҡта ла һин уны бар тулылығында күреп бөтөрә алмайһың, бер өлөшөн генә күрәһең. Бар тулылығында күрә алыу өсөн йыраҡҡараҡ китеп ҡарарҡа кәрәк.
Өсөнсө һығымта ла бар әле. Кешеләр: ”Ул бит бар,” – тип әйтһендәр өсөн, һинең булыуың, ҙур булыуың, яҡында ғына тороуың етмәй. Кешеләрҙең һине күреүе кәрәк. Күрәләр икән – һин бар, күрмәйҙәр икән – юҡ...