Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Ғинуар 2022, 10:15

Әҙиптәр һәм мәҙәктәр

ЯНАМАЙ Бөйөк шағир Рәшит Назаров тураһында һүҙ сыҡҡас, шағир Риф Мифтахов әйтеп ҡуя: – Даһилыҡ – сир, тиҙәр. Ҡурҡыныс булып китә... Шағир Рәмил Йәнбәк уны тынысландыра:

Әҙиптәр һәм мәҙәктәр
Әҙиптәр һәм мәҙәктәр

ЯНАМАЙ

Бөйөк шағир Рәшит Назаров тураһында һүҙ сыҡҡас, шағир Риф Мифтахов әйтеп ҡуя:

– Даһилыҡ – сир, тиҙәр. Ҡурҡыныс булып китә...

Шағир Рәмил Йәнбәк уны тынысландыра:

– Ҡурҡма, ул сир һиңә янамай...

БӘЛӘ

Шағир Рәмил Йәнбәккә бер ҡәләмдәше былай ти:

– Мин тәүге шиғырҙы ғашиҡ булған ҡыҙым ташлағас яҙҙым.

Йәнбәк уфтанып ҡуя:

– Бәлә яңғыҙ йөрөмәй тип, белеп әйтәләр икән...

 

Әҙиптәр һәм мәҙәктәр
Әҙиптәр һәм мәҙәктәр
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: