Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Ғинуар 2022, 10:45

Хаҡ

ХаҡДауаханала ятҡан 80 йәшлек ҡартты дауалап, аяҡҡа баҫтыралар. Үпкәләрҙе яһалма елләтеү аппаратын бер көн файҙаланған өсөн уға иҫәп-хисап ҡағыҙын тотторалар. Ҡағыҙға ҡарап торған ҡарт илай башлай.

Хаҡ
Хаҡ

Хаҡ
Дауаханала ятҡан 80 йәшлек ҡартты дауалап, аяҡҡа баҫтыралар. Үпкәләрҙе яһалма елләтеү аппаратын бер көн файҙаланған өсөн уға иҫәп-хисап ҡағыҙын тотторалар. Ҡағыҙға ҡарап торған ҡарт илай башлай. Уны доктор йыуатып маташа, ташлама яһарбыҙ, ти.
– Юҡ, мин аҡса өсөн иламайым, – ти ҡарт. – Дауа өсөн түләрлек хәлем бар. Һеҙ, яһалма елләтеү аппаратын ҡулланыу бик ҡыйбатҡа төштө, тиһегеҙ. Мин 80 йыл инде бер тин дә түләмәй Аллаһ Тәғәләнең һауаһын һулайым. Тимәк, ул саҡта мин Аллаһ Тәғәлә алдында ниндәй оло бурыслымын! Ә бының өсөн мин Уға бер тапҡыр ҙа рәхмәт әйткәнем юҡ...

Хаҡ
Хаҡ
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: