Башҡортостандың иң айыҡ ауылы статусына дәғүә итеүселәрҙең күбеһе — Баймаҡ (89), Ҡалтасы (75), Ауырғазы (73), Дәүләкән (73), Стәрлетамаҡ (67), Шишмә (75) райондарында.
Тәҡдим ителгән презентация материалдарын өйрәнгәндән һуң, 21 ғинуарҙан 31-нә тиклем һәр муниципаль районда уларҙы яҡлау ойошторола.
Хеҙмәт, ғаилә һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, конкурс барышында ҡыҙыҡлы саралар ҡаралған, шул иҫәптән закондарҙы үҙгәртеү өҫтөндә эш планлаштырыла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурста ҡатнашҡан һәр ауыл ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға, сәләмәт һәм айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән саралар үткәрә.
«Айыҡ ауыл» конкурсы эмблемаһы аҫтында тематик акциялар уҙғарыла.
Еңеүселәргә тапшырылған аҡсалата бүләк ауылды үҫтереүгә тотонола.