Тамара ҒӘНИЕВА
АСҠЫС
"Тел асҡысы бирсе эй, илаһым,
Бүтән болом юҡ бит ҡулымда!"
Шул фатихаң, әней, маяҡ булды,
Шәмдәй ҡибла булды юлымда.
Тел асҡысын йомоп зиһенемә,
Яҙмыш юллап сыҡтым сәфәргә.
Булды инде бәхет кискәнем дә,
Юлыҡҡан саҡ булды хәтәргә.
Тылсым асҡыс асты ишектәрҙе,
Уттар алдым нисә күңелдән.
Үҙемә лә булды әйткәндәре:
"Сауаплы бул, һөйөн телеңдән!"
Тел асҡысың, әней, серҙәр асты,
Балама ла шул уҡ нәҙерем:
"Туған телле кеше хур булмай ул,
Ил өҫтөндә булыр ҡәҙерең".