Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ
"Йыртма календарь" сере
Һуңғы йылдарҙа Яңы йыл байрамы алдынан туғандарыма, дуҫтарыма туған телебеҙҙә сыҡҡан йыртма календарь бүләк итеүҙе йолаға әйләндерҙем. Араларында намаҙ уҡыусылары булһа, "Башҡортса дини календарь" ҙа ҡушып бирәм. Быйыл бер туғаным был ғәҙәтемдең серен дә асып һалды: "Көн һайын иртәнсәк сираттағы битте йыртҡан һайын һине иҫемә төшөрәм..." Әйткәндәй, туғанлыҡты, дуҫлыҡты нығытыуҙың, һөйгәндәрҙе онотмауҙың бынамын тигән сараһы!
"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 584-се күҙәтеү.