Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ
Кәкүк хәреф
Мәктәптә уҡыған йылдарҙан иҫтә ҡалған бер ҡыҙыҡлы хәл. 5-се кластан башлап немец телен өйрәнә башланыҡ. Уҡытыусыбыҙ беҙгә хәрефтәрҙең нисек яҙылышын һәм әйтелешен аңлата. Бер класташыбыҙ Q хәрәфенең "ку" тип әйтелешен иҫенә төшөрә алмағас, уҡытыусыбыҙҙан: "Апай, анау имсәккә оҡшаған хәреф нисек әйтелә әле?" — тип һорап һалмаһынмы. Класташтар әле булһын осрашҡан саҡта ошоно иҫкә төшөрөп, көлөшөп алабыҙ. Был хәреф миңә, нисектер, "кәкүк хәреф" образы булып иҫемдә ҡалған.
"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 585-се күҙәтеү.