Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Ғинуар 2022, 11:19

Гөлсирә Ғиззәтуллина

Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА ЯРАТАМ, ТИП ӘЙТЕП ӨЛГӨРМӘНЕМ... Нурулла йылғыларҙы һуғыш башланғандың тәүге аҙнаһында уҡ алдылар. Фәрхинур икенсе балаһына йөклө ине. Етешеп бөткәйне.  Әллә нишләп ныҡ ауыр йөрөнө. Шуға хатта ике йәше тулыр-тулмаҫ ҡыҙҙарын да мунсала Нурулла йыуындырып биргәс, төрөп алып ҡына ҡайтып китте. Кискеһен дә башы мендәргә тейеү менән таңға тиклем йоҡлаған. Уянып китеүгә иренең күҙҙәре менән осрашты: терһәгенә таянған да уға төбәлгән. – Йоҡлағанда һин үҙең сабый кеүекһең. Кем һине ике бала әсәһе, тиһен инде. – Шулай тигән булды ла һөйәлләнеп бөткән ҡытыршы бармаҡтары менән уның битенән һыйпаны. Шул төндө алйот кеүек йоҡлап үткәргәненә ғүмере буйы үҙен-үҙе һүкте Фәрхинур. Наҙынан тыйылғанына ла үкенде, илай-илай үкенер ине. Ә ул саҡта “һуңғы” тигән уй башҡа ла инеп сыҡмаған инде. Йәш тә булынған, ун туғыҙы яңы тулған кешенән нимә көтәһең? Ул йәштә үлем хаҡында уйлайһыңмы ни, тормошоң шундай матур булып яңы башланып торғанда. Ярай станцияға тиклем оҙатып барырға башы еткән. Бөгөнгөләй күҙ алдында, вагондарға тейәлергә бойороҡ көтәләр. Эргәлә ғәм халыҡ диңгеҙ кеүек сайҡала. Гармун уйнаған, йырлаған ҡайҙа, йөрәкһенгән кешеләр, беренсе донъя һуғышын, граждандар һуғышын үткән ҡарттар, үҙҙәрен дә, яугирҙәрҙе лә ҡупайтып ебәргән була: беҙ туҡмамаған нимесме ни ул, йәнәһе. Ә улар ғүмере был ҡәҙәре кеше күргәндәре булмағас, бер ни тиклем ҡаушай төшөп,  уҡыусы балалар кеүек ҡулға-ҡул тотошҡан булғандар ҙа торалар. Эй, ҡуйһаңсы инде: шунда кешегә текләп торғансы иренә бер туйғансы ҡарап ҡалһасы Фәрхинур! Әйтер һүҙҙәр ҡат-ҡат әйтелгән. – Балаларҙы һаҡла, Хайран. – Әйләндергән була ла шулай ти Нурулла. Ә Фәрхинур һаман “берәй нәмәһе онотолоп ҡалмағанмы” тип барлай. – Йөн носкиҙарыңды юғалтып китмә. Аяғың өшөмәһә, бирешмәҫһең, – тигән була. Иренең йыш ҡына тамағы шешеп йонсой шул. – Йәл, бер генә пар булды. – Һыуыҡтар төшкәнсе ҡалмабыҙ ул, – ти Нурулла. – Утынығыҙ ҙа аҙ. Ҡар ятҡансы ҡайтып булынһа. “Әгәр иртәгә һуғыш булһа” тигән йырҙы йырлап йәшәгән бөтөн халыҡтың ҡуҙғалғанын үҙ күҙҙәре менән күреп торғас, һуғыштың оҙаҡҡа һуҙылмаҫына ышаныстары ныҡ: бына-бына әйләнеп тә ҡайтырҙар.

Гөлсирә Ғиззәтуллина
Гөлсирә Ғиззәтуллина

Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА

ЯРАТАМ, ТИП ӘЙТЕП ӨЛГӨРМӘНЕМ...

Нурулла йылғыларҙы һуғыш башланғандың тәүге аҙнаһында уҡ алдылар. Фәрхинур икенсе балаһына йөклө ине. Етешеп бөткәйне.  Әллә нишләп ныҡ ауыр йөрөнө. Шуға хатта ике йәше тулыр-тулмаҫ ҡыҙҙарын да мунсала Нурулла йыуындырып биргәс, төрөп алып ҡына ҡайтып китте. Кискеһен дә башы мендәргә тейеү менән таңға тиклем йоҡлаған. Уянып китеүгә иренең күҙҙәре менән осрашты: терһәгенә таянған да уға төбәлгән.

– Йоҡлағанда һин үҙең сабый кеүекһең. Кем һине ике бала әсәһе, тиһен инде. – Шулай тигән булды ла һөйәлләнеп бөткән ҡытыршы бармаҡтары менән уның битенән һыйпаны.

Шул төндө алйот кеүек йоҡлап үткәргәненә ғүмере буйы үҙен-үҙе һүкте Фәрхинур. Наҙынан тыйылғанына ла үкенде, илай-илай үкенер ине. Ә ул саҡта “һуңғы” тигән уй башҡа ла инеп сыҡмаған инде. Йәш тә булынған, ун туғыҙы яңы тулған кешенән нимә көтәһең? Ул йәштә үлем хаҡында уйлайһыңмы ни, тормошоң шундай матур булып яңы башланып торғанда.

Ярай станцияға тиклем оҙатып барырға башы еткән. Бөгөнгөләй күҙ алдында, вагондарға тейәлергә бойороҡ көтәләр. Эргәлә ғәм халыҡ диңгеҙ кеүек сайҡала. Гармун уйнаған, йырлаған ҡайҙа, йөрәкһенгән кешеләр, беренсе донъя һуғышын, граждандар һуғышын үткән ҡарттар, үҙҙәрен дә, яугирҙәрҙе лә ҡупайтып ебәргән була: беҙ туҡмамаған нимесме ни ул, йәнәһе.

Ә улар ғүмере был ҡәҙәре кеше күргәндәре булмағас, бер ни тиклем ҡаушай төшөп,  уҡыусы балалар кеүек ҡулға-ҡул тотошҡан булғандар ҙа торалар. Эй, ҡуйһаңсы инде: шунда кешегә текләп торғансы иренә бер туйғансы ҡарап ҡалһасы Фәрхинур!

Әйтер һүҙҙәр ҡат-ҡат әйтелгән.

– Балаларҙы һаҡла, Хайран. – Әйләндергән була ла шулай ти Нурулла.

Ә Фәрхинур һаман “берәй нәмәһе онотолоп ҡалмағанмы” тип барлай.

– Йөн носкиҙарыңды юғалтып китмә. Аяғың өшөмәһә, бирешмәҫһең, – тигән була. Иренең йыш ҡына тамағы шешеп йонсой шул. – Йәл, бер генә пар булды.

– Һыуыҡтар төшкәнсе ҡалмабыҙ ул, – ти Нурулла. – Утынығыҙ ҙа аҙ. Ҡар ятҡансы ҡайтып булынһа.

“Әгәр иртәгә һуғыш булһа” тигән йырҙы йырлап йәшәгән бөтөн халыҡтың ҡуҙғалғанын үҙ күҙҙәре менән күреп торғас, һуғыштың оҙаҡҡа һуҙылмаҫына ышаныстары ныҡ: бына-бына әйләнеп тә ҡайтырҙар.

Гөлсирә Ғиззәтуллина
Гөлсирә Ғиззәтуллина
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: