Азамат ЮЛДАШБАЕВ
"Дан" тигән тауға һәр кем үҙенсә үрмәләй... Шунда менеп, үҙенең исемен алтын хәрефтәр менән мәңгелеккә яҙып ҡуйырға... Тик ул исемдәрҙең күбеһе, шайтан алғыры, тәүге ямғырҙан, елдән, ҡарҙан, томандан һуң уңа ла ҡуя, юйыла, ҡойола... Шуға ла бәғзеләр әлеге яҙмаларҙы һәр төрлө шөһрәтле үә мәртәбәле атамалар менән нығытырға тырыша... Башҡортостандың халыҡ "фәләне"... Атҡаҙанған "төгән" хеҙмәткәре... "Ана шуның" "былай тигән" премия лауреты... Хуп... Дәғүә юҡ...
Шолоховтың ҡәберен барып күреү насип булды... Ябай ғына таш... Һәйкәл дә юҡ, мәрмәр, гәлсәр, бронзалар ҙа... Һәм ташта яҙыу: "ШОЛОХОВ"... Бер генә һүҙ... Шул етә... Барыһы ла аңлашыла... Бөклөк ябайлыҡта... Исем үҙе генә барыһын да һөйләргә тейеш... Аҡмулла, Бабич кеүек...