Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Ғинуар 2022, 12:15

Тамара ҒӘНИЕВА

Тамара ҒӘНИЕВА * * * Көнсөлдәр тейә теңкәгә,Көнсөлдәр, һәләтһеҙҙәр.Һөмһөҙлөктө егеп алыпЕлдереү ғәҙәтлеләр

Тамара ҒӘНИЕВА
Тамара ҒӘНИЕВА

Тамара ҒӘНИЕВА

* * *

Көнсөлдәр тейә теңкәгә,
Көнсөлдәр, һәләтһеҙҙәр.
Һөмһөҙлөктө егеп алып
Елдереү ғәҙәтлеләр.

Илһам да юҡ мәхлүктәрҙә,
Хис-тойғолар ҡап-ҡара.
Бер-берәүҙең шатлыҡтары
Йәнен көйҙөрөп бара.

Яҫҡына бахыр көнсөлдәр
Һатырға йә атырға.
...Ә бит өлгөрә барыбер
Ҡаныңды ҡарайтырға.

Тамара ҒӘНИЕВА
Тамара ҒӘНИЕВА
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: