Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Ғинуар 2022, 09:25

Салауат Әбүзәр

Салауат ӘБҮЗӘР * * * “Вконтакте”, “Фейсбук”, “Ватсап”, “Инстаграм”, “Ютуб”... Әйтерһең дә, бар донъяны Торалар тотоп. Үрмәксе ауы шикелле Социаль селтәр, Сәбәләнә унда кеше, Гүйә себендәр. Унда – ялған, унда – яла, Унда – үс, ғәйбәт... Кемдәрҙер таба кинәнес Кемделер сәйнәп. Яҡшыһы ла, шаҡшыһы ла Буталған бергә. Ҡайҙа хаҡлыҡ, ҡайҙа ялған – Нисек белергә? “Вконтакте”, “Фейсбук”, “Ватсап”, “Инстаграм”, “Ютуб”... Кешеләрҙең ғүмерҙәрен Торалар йотоп.

Салауат Әбүзәр
Салауат Әбүзәр

Салауат ӘБҮЗӘР

* * *
“Вконтакте”, “Фейсбук”, “Ватсап”,
“Инстаграм”, “Ютуб”...
Әйтерһең дә, бар донъяны
Торалар тотоп.

Үрмәксе ауы шикелле
Социаль селтәр,
Сәбәләнә унда кеше,
Гүйә себендәр.

Унда – ялған, унда – яла,
Унда – үс, ғәйбәт...
Кемдәрҙер таба кинәнес
Кемделер сәйнәп.

Яҡшыһы ла, шаҡшыһы ла
Буталған бергә.
Ҡайҙа хаҡлыҡ, ҡайҙа ялған –
Нисек белергә?

“Вконтакте”, “Фейсбук”, “Ватсап”,
“Инстаграм”, “Ютуб”...
Кешеләрҙең ғүмерҙәрен
Торалар йотоп.

Салауат Әбүзәр
Салауат Әбүзәр
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: