Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Ғинуар 2022, 18:30

Марат Кәримов

Әҙиптәр һәм мәҙәктәр “ФЕКЕРЕ ҺАЙ” Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов ул заманда йәш шағир була. Бер саҡ ул редакцияға шиғырҙарын алып бара. Байтаҡ ҡына ваҡыт үткәс, шиғырҙарының яҙмышын белергә килә. Яуаплы сәркәтип:

Марат Кәримов
Марат Кәримов

Әҙиптәр һәм мәҙәктәр

“ФЕКЕРЕ ҺАЙ”

Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов ул заманда йәш шағир була. Бер саҡ ул редакцияға шиғырҙарын алып бара. Байтаҡ ҡына ваҡыт үткәс, шиғырҙарының яҙмышын белергә килә. Яуаплы сәркәтип:

– Ҡулъяҙмаң редакторҙа, – ти.

Баш мөхәрриргә инә. Уныһы, вайымһыҙ ғына, ҡулъяҙманы өҫтәл ситенә ташлай. Шиғырҙарын алып сығып ҡараһа: “Фекере һай”, – тигән яҙыу күрә. Шағир күп уйлап тормай, уның яҙғанына тағы ла бер “һай” тигән һүҙ өҫтәп ҡуя: “Фекере һай-һай!” килеп сыға.

Яуаплы сәркәтип уҡып ҡарай ҙа:

– Бына бит, редактор ҙа ныҡ маҡтаған, “фекере һай-һай!” тип ебәргән хатта, – ти.

Тиҙҙән Марат Кәримовтың шиғырҙары донъя күрә.

Марат Кәримов
Марат Кәримов
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: