Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Ғинуар 2022, 18:50

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ "Йөрәк" мөхәббәт шиғыры ғынамы? Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниеваның миңә яҙған асыҡ хаты "Мөғжизә нисәү була?" ("Ағиҙел", 1991 йыл, 12-се һан) тип аталып, ул Рәмил Ҡолдәүләттең "Һигеҙенсе мөғжизә" тигән шиғыр китабы хаҡында ине. Яңыраҡ шул хатты иҫкә төшөрөп, яңынан уҡып ултырғанда Рәмилдең "Шаңдау" шиғырына бирелгән аңлатма иғтибарымды ныҡ йәлеп итте.

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

"Йөрәк" мөхәббәт шиғыры ғынамы?

Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниеваның миңә яҙған асыҡ хаты "Мөғжизә нисәү була?" ("Ағиҙел", 1991 йыл, 12-се һан) тип аталып, ул Рәмил Ҡолдәүләттең "Һигеҙенсе мөғжизә" тигән шиғыр китабы хаҡында ине. Яңыраҡ шул хатты иҫкә төшөрөп, яңынан уҡып ултырғанда Рәмилдең "Шаңдау" шиғырына бирелгән аңлатма иғтибарымды ныҡ йәлеп итте. Беҙ бығаса дуҫыбыҙҙың был әҫәрен мөхәббәт шиғыры тип кенә ҡабул итеп ныҡ яңылышҡанбыҙ. Асыҡ хаттан шул юлдарҙы килтерәм: "Саңдау" күҙгә ташланған ғына өс образды ҡойоп ҡуя. Береһе — шул уҡ Башҡортостан, ил-төйәк, халыҡтың үҙ еренә хужа булғандағы эстетик мөхите һәм уның көтөү-көтөү булып килеп инеүсе күскенселәр һәм колонизаторҙарҙың хаяһыҙ талау, ҡырыу-ҡыйратыу һөҙөмтәһенән саңдауға әйләнеүе; икенсеһе — тойғолар гармонияһы тыуҙырған элегия, ғашиҡтарҙың алһыу күҙлеге генә тойомлар хозурлыҡ һәм хыянат көйҙөргән күңел битләстәре, өсөнсөһө — бер ҡатлы булған булып автор тәҡдим иткән матди бер күренеш: конкрет сәскәле тау һәм уның яп-ябай фажиғәһе..."

Ҡолдәүләттең шул шиғырының һуңғы юлдарын ғына килтерәм:

...Хәлдәремде белгең килһә, иркәм,

Бер боролоп ҡара ҡаҡ тауға.

Шау тойғоло күңелемде тапап,

Әйләндереп киттең саңдауға...

Тамара апайҙың асыҡ хаты миңә Рәшит Назаровтың киң билдәле "Йөрәк" шиғырының тик мөхәббәт шиғыры ғына түгеллеген аңларға ла ярҙам итте. Ихласлығы, эскерһеҙлеге, (донъясылдар күҙлегенән — бер ҡатлылығы) менән дуҫтарына, һөйгәненә генә түгел, бар кешелеккә үҙенең күңел хазиналарын, йөрәген һурып биргән, ауыр саҡта үҙ донъяһына һыйындырған халҡыбыҙҙың бар фажиғәһе лә ярылып ята был шиғырҙа.

 

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың "Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: