Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Ғинуар 2022, 21:50

Асыл

АСЫЛ Аҡыл эйәһе халыҡтың йәшәүе менән ҡыҙыҡһынып, ил буйлап сәйәхәткә китә. Юлда елкәләренә таш һалып ташыған кешеләрҙе күрә ул. – Һин нимә эшләйһең? – тип һорай ул йөҙөн ғазап баҫҡан берәүҙән.

Асыл
Асыл

АСЫЛ

Аҡыл эйәһе халыҡтың йәшәүе менән ҡыҙыҡһынып, ил буйлап сәйәхәткә китә. Юлда елкәләренә таш һалып ташыған кешеләрҙе күрә ул.

– Һин нимә эшләйһең? – тип һорай ул йөҙөн ғазап баҫҡан берәүҙән.

– Мин, этлек һәм ауыр булһа ла, балаларҙы ашатырға ризыҡлыҡ аҡса эшләйем, – тигән яуап ишетә.

Күҙҙәрендә нур балҡыған икенсеһенә шул уҡ һорауҙы бирә аҡыл эйәһе.

– Мин Аллаһ йорто төҙөйөм, – ти был кеше.

Аҡыл эйәһе һығымта яһап ҡуя: һинең нимә эшләүең түгел, ә эшкә мөнәсәбәтең мөһим. Бер үк шөғөл кемгәлер ыҙа-ғазап килтерһә, икенсегә ҡыуаныс бирергә мөмкин. Түккән хеҙмәтеңдең асылына төшөнөргә генә кәрәк.

Асыл
Асыл
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: