Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Ғинуар 2022, 12:15

Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА

Таңһылыу ҠарамышеваСАЛАУАТАҡсарлаҡтар сар-сор аҙыҡ аулай.Һыу таҙарта шаулап тулҡындар.Балтик тауыштарын тыңлап ятаМамыҡ кеүек йомшаҡ аҡ ҡомдар.

Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА
Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА

Таңһылыу Ҡарамышева

САЛАУАТ

Аҡсарлаҡтар сар-сор аҙыҡ аулай.
Һыу таҙарта шаулап тулҡындар.
Балтик тауыштарын тыңлап ята
Мамыҡ кеүек йомшаҡ аҡ ҡомдар.

Аҡ ҡомдарҙан атлап киләмен,
Хистәремде барлап-самалап.
Тулҡындарҙы ярып, алдарыма
Килеп сығыр төҫлө Салауат.

Ах, Салауат!
Балтик ҡуйынында
Һағыныуҙан һине дауалат.
Аҡсарлаҡтан түгел, бармаҡтарҙан
Тулҡын сәстәреңде аралат.

Батыр исемеңә тап төшөрмәм,
Сығармамын һис тә яманат:
Тулҡын ҡулдарыңды бирсе миңә,
Ярат мине, ярат, Салауат!

Тулҡын һындарыңа күҙем талды,
Ҡосағыңа алсы ҡамалап...
Быуаттарҙың аһын ишеттереп,
Күҙ алдына килсе, Салауат!

Йәйәүләп тә һиңә етермен бер,
Бығауҙарым юҡ та, Салауат.
Һине һағыныуҙан дауалат тик,
Мөхәббәттән генә яралат!

Бына ҡабырсаҡтар — минең хистәр.
Бир усыңды — улар һинеке.
Тик уларҙы берүк һыуға һалма,
Һөйөүем бит тотош илдеке.

Тулҡын ҡағыштарын ҡарап киләм,
Киләм бына йәнем таҙалап.
Тулҡындарҙан килеп сығыр төҫлө
Халыҡ мөхәббәте Салауат.

Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА
Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: