Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Ғинуар 2022, 15:35

Хикмәтле хәлдәр

ҺОРО ТӨҪ Бер аҡыл эйәһе дуҫына былай ти: – Ошо бүлмәлә һоро төҫтәге әйберҙәрҙе иҫеңдә ҡалдыр. Дуҫы бүлмәне иғтибар менән ҡарап сыҡҡас, аҡыл эйәһе былай ти:

Хикмәтле хәлдәр
Хикмәтле хәлдәр

ҺОРО ТӨҪ

Бер аҡыл эйәһе дуҫына былай ти:

– Ошо бүлмәлә һоро төҫтәге әйберҙәрҙе иҫеңдә ҡалдыр.

Дуҫы бүлмәне иғтибар менән ҡарап сыҡҡас, аҡыл эйәһе былай ти:

– Ә хәҙер күҙеңде бәйләйбеҙ һәм һин бүлмәләге зәңгәр төҫтәге әйберҙәрҙе һанап сыҡ.

Уның дуҫы күпме генә тырышһа ла, зәңгәр төҫтәге әйберҙәрҙе иҫенә төшөрә алмай.

– Тормошта ла шулай, – ти аҡыл эйәһе. – Һин гел һоро төҫтәге әйберҙәрҙе генә күрҙең һәм иҫеңдә ҡалдырҙың. Ә бүлмәлә зәңгәр төҫтәге әйберҙәр ҙә бик күп. Гел насарлыҡ ҡына күргән кеше менән дә шулай, ул матурлыҡты күрмәй...

Хикмәтле хәлдәр
Хикмәтле хәлдәр
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: