Гөлназ ҠОТОЕВА
* * *
Беҙ булмаған ярҙар түгел,
Беҙ ултырған ярҙар,
Көрт тауҙары булып ятҡан
Яҙҙы көткән ҡарҙар
Ҡәҙерлерәк, яҡын беҙгә -
Беҙ йәшәгән Ер был!
Офоҡтар беҙҙе саҡыра-
Киңәй, асыл-ябыл!
Ябыл һине аҫҡа тартҡан
Үткән-бөткәндәргә!
Ҡоласыңды йәйеп кил һин
Алда көткәндәргә!
Бөгөнгөм шундай ҡәҙерле!
Беҙ йәшәгән заман!
Үткәндәр өсөн үртәлмә,
Янма, көймә һаман!
Киләсәккә баҫма һалам
Бөгөн, әлеге көн!
Беҙ булмаған ярҙар беҙҙе,
Әйҙә, һағынып көтһөн!!!
Гөлназ Ҡотоева.