Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Ғинуар 2022, 11:50

Тамара Ғәниева

Тамара ҒӘНИЕВА АУЫЛ БАЛАЛАРЫТапай-тапай кеше тупһаларын,Хеҙмәтсеһе булып хужаның,Ауылдарҙың үкһеҙ балаларыҺемерә генә һурпа нужаһын.Ауылдарҙың зирәк балаларыЙығылып ятып эстәй аң-белем.Хыялдары - халҡы яҙмышы һәмМәртәбәһен тотоу иленең.Эш ашауҙамы ни, баш һау булһа,Һөтлө сәй ҙә кәртүф. Тамаҡ туҡ!Фән докторы, китап яҙыусы ла,Барса халыҡ йәшәй шулай уҡ.Көйҙәр беҙҙең моңло, һағышлыраҡ,Һирәк сөнки уйһыҙ сағыбыҙ.Өйҙәребеҙ тупһаһына бәйлеҒүмерлеккә кендек бауыбыҙ.Нәфсебеҙ ҙә артыҡ ҙурҙан түгел,Өҙөлөп бара никтер иңебеҙ.Ауылдарҙың зирәк балалары...Ауылдарҙа ике күҙебеҙ.

Тамара Ғәниева
Тамара Ғәниева

Тамара ҒӘНИЕВА

АУЫЛ БАЛАЛАРЫ

Тапай-тапай кеше тупһаларын,
Хеҙмәтсеһе булып хужаның,
Ауылдарҙың үкһеҙ балалары
Һемерә генә һурпа нужаһын.

Ауылдарҙың зирәк балалары
Йығылып ятып эстәй аң-белем.
Хыялдары - халҡы яҙмышы һәм
Мәртәбәһен тотоу иленең.

Эш ашауҙамы ни, баш һау булһа,
Һөтлө сәй ҙә кәртүф. Тамаҡ туҡ!
Фән докторы, китап яҙыусы ла,
Барса халыҡ йәшәй шулай уҡ.

Көйҙәр беҙҙең моңло, һағышлыраҡ,
Һирәк сөнки уйһыҙ сағыбыҙ.
Өйҙәребеҙ тупһаһына бәйле
Ғүмерлеккә кендек бауыбыҙ.

Нәфсебеҙ ҙә артыҡ ҙурҙан түгел,
Өҙөлөп бара никтер иңебеҙ.
Ауылдарҙың зирәк балалары...
Ауылдарҙа ике күҙебеҙ.

Тамара Ғәниева
Тамара Ғәниева
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: