Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Ғинуар 2022, 16:55

Рәйес ТҮЛӘК

Рәйес ТҮЛӘК ЗАМАН ҺӘМ ТАЛАП — Хәҙер бигерәк ыуаҡ шул кеше, — тине,-- Элек, бына, хас бәһлеүән ише ине. Әйтәйек бер генә миҫал эрелегенә: Өйгә инһә, тейеп торҙо өрлөгөнә, Улай ғына булһа тағы ярар ине — Йөк тейәһә, йөгөн аша ҡарар ине.

Рәйес ТҮЛӘК
Рәйес ТҮЛӘК

Рәйес ТҮЛӘК

ЗАМАН ҺӘМ ТАЛАП

— Хәҙер бигерәк ыуаҡ шул кеше, — тине,--
Элек, бына, хас бәһлеүән ише ине.
Әйтәйек бер генә миҫал эрелегенә:
Өйгә инһә, тейеп торҙо өрлөгөнә,
Улай ғына булһа тағы ярар ине —
Йөк тейәһә, йөгөн аша ҡарар ине.
Күбәләрҙең дүрт - бишеһен бер күтәрҙе,
Уйынсыҡ һымаҡ күтәрҙе өрлөктәрҙе,
Шәп булһаң, тап хәҙе шуның
кеүектәрҙе?! —
тип екереп ебәрҙе.
Дөрөҫ һөйләһә лә бабай замандарын.
Бутап ҡуйҙы замандарҙың самаларын
Хатаһын һеҙгә әйтһәм дә, көйөрһөгөҙ,
Йә кеше артынан һөйләй, тиерһегеҙ,
Әйтмәйем... тик фәһеменең
һығымтаһын
Хилаф булыр ошолай тип нығытмауым:
--Буш булмаһын "күтәрҙем" тип ҡыуаныуың,
Тәүҙә байҡа өрлөгөңдөң йыуанлығын;
— Биш сәнсәләр бер күбәне беҙҙең яҡта,
Хатта йылҡы малы уны көскә тарта;
— Үҙенән дә тәпәшерәк бесән йөгөн
Хатта малайҙар тейәмәй беҙҙә бөгөн;
— Ә үҙ түбәң тейеп торһа өрлөгөңә,
Башҡалар шикләнә башлар ирлегеңә.

Рәйес ТҮЛӘК
Рәйес ТҮЛӘК
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: