Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Ғинуар 2022, 17:05

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ ӘҙерлекАтай-әсәйҙәр беҙҙе яңы уҡыу йылына, мәктәпкә ҙур тырышлыҡ һалып әҙерләй инеләр. Иң ҙур әҙерлек Магнитҡа кәзә дебете һатырға барғанда булды: улар һәр ҡайһыбыҙға кәмендә 1-2 йылға етерлек кейем-һалым, уҡыу әсбаптары алып ҡайта ине.

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ

Әҙерлек

Атай-әсәйҙәр беҙҙе яңы уҡыу йылына, мәктәпкә ҙур тырышлыҡ һалып әҙерләй инеләр. Иң ҙур әҙерлек Магнитҡа кәзә дебете һатырға барғанда булды: улар һәр ҡайһыбыҙға кәмендә 1-2 йылға етерлек кейем-һалым, уҡыу әсбаптары алып ҡайта ине. Беҙ, малайҙар иһә, үҙебеҙҙе оло тормош юлына әҙерләнек: тәнебеҙҙе сыныҡтырҙыҡ, гер күтәрҙек, йүгерҙек, көрәштек, ҡылыс алыштыҡ, туҡмала-туҡмала һуғышырға өйрәндек. Әрмегә, ҡалаға уҡырға китер алдынан урыҫсаға, үҙебеҙҙе сит кешеләр араһында тоторға өйрәндек. Апайымдар кейәүгә сығыр, ағайым өйләнер алдынан атай-әсәй геү килеп йыл һуҙымында туйға әҙерләнде, апайымдар бирнә, ҡәйнеш-бикәстәренә бүләктәр, беҙ иһә ҡәйнештәргә бәкеләр хәстәрләнек, ҡыҙҙар әсәй, егеттәр атай булырға әҙерләнде...
Йәшәй-йәшәй, баҡыйлыҡҡа ла әҙерләнергә ваҡыт килеп етә икән ул. Тик унда нимә алып китергә һуң? Алып барып буламы? Барыһы ла тороп ҡала. Ҡулдан әйбер төшөп китә, бары телең генә доғалар ҡабатлай...

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: