Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Ғинуар 2022, 11:05

Айҙар Маннанов

Айҙар МАННАНОВ КҮРШЕ АТЫ (Күршем Вәлитов Хәкимйән Сәмирхан улының яҡты рухына бағышлайым). “Ат биреп тор әле, ағай...” – Мохтажлыҡ ине атҡа. Күпме тапҡыр мин ат һорап, Йөрөнөм бала саҡта. С. Әбүзәр.   Белеп үҫтем бала саҡтан – “Күрше хаҡы – Тәңре хаҡы”н. Кәрәккәндә керә инем Ут күршегә, һорап атын.   Йәлләп бирер ине уны, (Ат йәнле ине ағай): “Тиктомалға ҡыуалама, Яндырып ҡуйма, малай”. Күршем ихатаһы ҡотһоҙ, – Аты ла юҡ, үҙе лә. Күктәге бер яҡты йондоҙ Оҡшаған ат күҙенә. Ул ат ҡалды бала саҡта, Иҫәндер кеүек һаман. Ҡайһы саҡта төштәремдә Мин уға менәнеп сабам...

Айҙар Маннанов
Айҙар Маннанов

Айҙар МАННАНОВ

КҮРШЕ АТЫ

(Күршем Вәлитов Хәкимйән Сәмирхан улының яҡты рухына бағышлайым).

“Ат биреп тор әле, ағай...” –

Мохтажлыҡ ине атҡа.

Күпме тапҡыр мин ат һорап,

Йөрөнөм бала саҡта.

С. Әбүзәр.

 

Белеп үҫтем бала саҡтан –

“Күрше хаҡы – Тәңре хаҡы”н.

Кәрәккәндә керә инем

Ут күршегә, һорап атын.

 

Йәлләп бирер ине уны,

(Ат йәнле ине ағай):

“Тиктомалға ҡыуалама,

Яндырып ҡуйма, малай”.

Күршем ихатаһы ҡотһоҙ, –

Аты ла юҡ, үҙе лә.

Күктәге бер яҡты йондоҙ

Оҡшаған ат күҙенә.


Ул ат ҡалды бала саҡта,

Иҫәндер кеүек һаман.

Ҡайһы саҡта төштәремдә

Мин уға менәнеп сабам...

Айҙар Маннанов
Айҙар Маннанов
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: