Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Ғинуар 2022, 12:10

АУ

Салауат ӘБҮЗӘР “Вконтакте”, “Фейсбук”, “Ватсап”, “Инстаграм”, “Ютуб”... Әйтерһең дә, бар донъяны Шул тора тотоп.   Үрмәксе ауы шикелле Социаль селтәр, Сәбәләнә унда кеше, Гүйә себендәр.   Унда – ялған, унда – яла, Унда – үс, ғәйбәт... Кемдәрҙер таба кинәнес Кемделер сәйнәп.   Яҡшыһы ла, шаҡшыһы ла Буталған бергә. Ҡайҙа хаҡлыҡ, ҡайҙа ялған – Нисек белергә?   “Вконтакте”, “Фейсбук”, “Ватсап”, “Инстаграм”, “Ютуб”... Кешеләрҙең ғүмерҙәрен Торалар йотоп.

АУ
АУ

Салауат ӘБҮЗӘР

“Вконтакте”, “Фейсбук”, “Ватсап”,

“Инстаграм”, “Ютуб”...

Әйтерһең дә, бар донъяны

Шул тора тотоп.

 

Үрмәксе ауы шикелле

Социаль селтәр,

Сәбәләнә унда кеше,

Гүйә себендәр.

 

Унда – ялған, унда – яла,

Унда – үс, ғәйбәт...

Кемдәрҙер таба кинәнес

Кемделер сәйнәп.

 

Яҡшыһы ла, шаҡшыһы ла

Буталған бергә.

Ҡайҙа хаҡлыҡ, ҡайҙа ялған –

Нисек белергә?

 

“Вконтакте”, “Фейсбук”, “Ватсап”,

“Инстаграм”, “Ютуб”...

Кешеләрҙең ғүмерҙәрен

Торалар йотоп.

АУ
АУ
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: