Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Ғинуар 2022, 12:10

Ахрызаман

Хәҙистәрҙә ахырызаман билдәләре * Инсандарҙың башына шундай бер заман килер, араларында риба ашамағандары ҡалмайҙыр, әгәр ашамаһа — яза бирелә. * Әҙәм балаһына сауҙа итеү, артымға аҡса биреү арталыр, хәләл-хәрәм онотолор. “Аҡса ҡайҙан булһа ла килһен”, — тиелер.

Ахрызаман
Ахрызаман

Хәҙистәрҙә ахырызаман билдәләре

* Инсандарҙың башына шундай бер заман килер, араларында риба ашамағандары ҡалмайҙыр, әгәр ашамаһа — яза бирелә.
* Әҙәм балаһына сауҙа итеү, артымға аҡса биреү арталыр, хәләл-хәрәм онотолор. “Аҡса ҡайҙан булһа ла килһен”, — тиелер.
* Күптәр аҙ ғына донъя өсөн динен фида итерҙәр.
* Хәйләһеҙ эш башҡарып булмаҫ, һатыусылар һәм яҙыусылар күбәйеп, ҡәләм мул булыр.
* Яҡынлыҡ ептәре өҙөләлер һәм фәҡәт таныштарға ғына сәләм бирелә.
* Иманды күңелдә һаҡлау — утлы күмерҙе ҡулда тотоп торған кеүек ҡыйын буласаҡ.
* Мөьмин иртәнсәк кафыр булып торор йәки уның киреһе...
* Фетнә бер өйгә инер, тәжрибәһеҙ йәштәрҙең башына үтер.
* Өс нәмә ҡыйынлашыр: хәләл аҡса, ғәмәлдәге сөннәт һәм йәндән яҡын бер дуҫ.
* Кеше ҡатынына итәғәт итеп, әсәһенә ҡарышыр һәм, иптәшенә яҡынайып атаһынан алыҫлашыр.
* Күңелдәр бер-береһен һөймәй торған була, диндә һәм донъяуи ҡараштарҙа һәм эштәрҙә һәр төрлө ҡараштар килеп сыға, хатта ағай-энеләрҙең диндә һәм мәҙһәбтә ҡараштары төрлөсә булыр.
* Ололар мәрхәмәтһеҙ, ә кеселәр хөрмәтһеҙ булырҙар, балаларҙы тәрбиәләү көсөктәрҙе тәрбиәләүҙән дә ҡыйынлашыр.
* Ваҡыт ҡыҫҡарыр: бер йыл бер ай ҡеүек, бер ай бер аҙна, бөр аҙна бер көндәй үтеп китәлер, ә бер көн иһә бер япраҡ яныуы ҡәҙәр тиҙ үтер һәм һис нәмәлә бәрәкәт ҡалмаясаҡ.
* Донъя эштәрен теләп Әхирәт онотолор, һәм Аллаһтың китабы менән хөкөм итеү ғәйеп хисапланыр.
* Инсандар яманлыҡтарҙан бер-береһен һаҡламайҙар (тыймайҙар) һәм яҡшылыҡҡа бойормайҙар.
* Манаралар күбәйәсәк, мәсеттәр биҙәлел-зиннәтләнерҙәр һәм эстәренән ҡаты ауаздар килер.
* Йәмәғәттең ышанысы зәғиф, ғибәҙәте ғөрөф-ғәҙәт булыр, хафиздар күп булыр, әммә ғалим табылмаҫ.
* Кешегә уның яманлығынан ҡурҡыуҙан ғына мәрхәмәтлек ҡылынасаҡ, күренештә дуҫ, ә асылда дошман булған инсан һаны артасаҡ, һүҙҙәрҙең һәммәһе ялған һәм бер-береһенә айырмалы мәғәнәлә булыр. Әмирҙәр һәм хеҙмәтселәр куп, ләкин дөрөҫ эш башҡара торғандары аҙ ҡаласаҡ.
* Ялған шаһитлыҡ һәм айырылышыуҙар артасаҡ, кинәт үлемдәр күбәйерҙәр.
* Юҡ-бар, имеш-мимеш киң йәйелерҙәр.
* Ауылдағылар ҡалаларға ағылып-ағылып килерҙәр һәм исемдәре билдәһеҙ булған һыйыр ҡараусылар йорт төҙөүҙә бер-берөһе менән ярышҡа керешеп китерҙәр.
* Байҙарға иғтибар бирелер һәм хәсислек артыр, зәкәт ауыр бер бурыс итеп ҡабул ителер.
* Ғалимдар аҡсаға һәм донъя өсөн ғилем өйрәтерҙәр. Әхирәт ғәмәле менән донъялыҡ талап ителер.
* Ирҙәр үҙҙәрен ҡатындарға, ҡатындар иһә ирҙәргә оҡшатырҙар.
* Хөкөм итеү ҡатындарҙа булыр һәм зина ҡылыу күбәйер.
* Хәрәм эште ҡулайлаштыра торған мөмкинлектәр артасаҡ, йәштәр гонаһҡа һәм яманлыҡтарға күңел бирерҙәр.
* Мәшәҡәт, бәлә-ҡаза артыр, рәхәт һәм хозур ҡылмаҫтар, һәм һис кем ҡулы менән быларҙы алға сығара ла алмаясаҡ.
* Һуңыраҡ килгән нәҫелдәр алдан килгәндәрҙе һуғып язаларҙар.
*Ҡатындар сәстәрен дөйә үркәстәре кеүек ҡабартып урамдарҙа йөрөрҙәр.

 

Ахрызаман
Ахрызаман
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: