Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Ғинуар 2022, 12:45

Рәйес Түләк

Рәйес ТҮЛӘК   Тулҡын һәм тал — Ҡабаланма! Зинһар, аҙға ғына, Таңға ҡәҙәр китмә, ҡал,— Көҙгө һалҡын йылға тулҡынына Иҫен юйып ғашиҡ булды тал. Ут телендәй дөрләп китте тулҡын, Ишеткәне генә хаҡ булһын. Өйөрөлөп ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына, Тал янына килде аҡ тулҡын. Шымып ҡалды башҡа талдар ярҙа Һәм тулҡындар йылға өҫтөндә. Әйтерһең дә, ике һыңар ҡанат Табыштылар кеүек был төндә. Алдандылар пар ҡанатбыҙ тиеп, Бер-береһенә бәрелә-һуғыла. Был бәхетме, әллә ҡайғымы был?— Был тәүге төн... тәүге. Һуңғы ла. ...Тулҡын әйтте: "Киттек минең менән". Тал инәлде: "Минең менән ҡал!" Айырылыша алмай, бер-беренә Һыйынып туңды тулҡын менән тал.

Рәйес Түләк
Рәйес Түләк

Рәйес ТҮЛӘК

 

Тулҡын һәм тал
— Ҡабаланма! Зинһар, аҙға ғына,
Таңға ҡәҙәр китмә, ҡал,—
Көҙгө һалҡын йылға тулҡынына
Иҫен юйып ғашиҡ булды тал.

Ут телендәй дөрләп китте тулҡын,
Ишеткәне генә хаҡ булһын.
Өйөрөлөп ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына,
Тал янына килде аҡ тулҡын.

Шымып ҡалды башҡа талдар ярҙа
Һәм тулҡындар йылға өҫтөндә.
Әйтерһең дә, ике һыңар ҡанат
Табыштылар кеүек был төндә.

Алдандылар пар ҡанатбыҙ тиеп,
Бер-береһенә бәрелә-һуғыла.
Был бәхетме, әллә ҡайғымы был?—
Был тәүге төн... тәүге. Һуңғы ла.

...Тулҡын әйтте: "Киттек минең менән".
Тал инәлде: "Минең менән ҡал!"
Айырылыша алмай, бер-беренә
Һыйынып туңды тулҡын менән тал.

Рәйес Түләк
Рәйес Түләк
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: