Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Ғинуар 2022, 13:40

Рәшит Назаров

Егерме йәшлек шағир Рәшит Назаров ниндәй шиғырҙар яҙған!!!   Рәшит НАЗАРОВ ӘСӘ ҺҮҘҘӘРЕ Ошо гүзәл, бейек күктең аҫтында Маҡсатың да саңдан түбән булмаһын. Яҙылыр йыр, тыуыр сабый шикелле, Ер яҙмышы йөрәгеңдә тулаһын.

Рәшит Назаров
Рәшит Назаров

Егерме йәшлек шағир Рәшит Назаров ниндәй шиғырҙар яҙған!!!

 

Рәшит НАЗАРОВ

ӘСӘ ҺҮҘҘӘРЕ

Ошо гүзәл, бейек күктең аҫтында

Маҡсатың да саңдан түбән булмаһын.

Яҙылыр йыр, тыуыр сабый шикелле,

Ер яҙмышы йөрәгеңдә тулаһын.

 

Уртаһында ошо иркен донъяның

Тар булмаһын күңелең, бәйле янсыҡтай.

Ауған батыр ҡалһын һиңә таянып,

Тапһын һиндә һыныҡ икмәк асыҡҡан.

 

Сағылмаған саҡма тик таш, бел шуны:

Күкрәк ҡағып осонма һин, тулама:

Ҡорос — утта, осҡон — йәшен эсендә,

Егет яуҙа, ауырлыҡта һынала.

 

Тупһанан бор килһә ваҡлыҡ… Бит бөгөн

Донъя баға һиңә, заман, Ер баға.

Ниндәй ҙур ҙа, барыбер ҙур һыя, бел,

Ә ваҡлыҡ һыймай һис ҡасан ҙур донъяға.

 

* * *

Шәүлә булма, улым, нур бул. Ҡыйыу тик нур.

Батырлыҡ сәс был донъяға, матурлыҡ ур.

Тик һиңәме? Көлтәңә лә бағыр халҡың.

Ҡабул итһә, һин — бәхетле, йырла, талпын.

 

Бер ул хаким! Хеҙмәтеңде тиңһенмәһә,

Нимә тиһен, нимә тиһен меҫкен әсә?!

Ҡул ҡылғанға ҡарай алһын күҙең тура,

Күҙ күргәнгә йөрәк түҙһен… Шуны юра.

Рәшит Назаров
Рәшит Назаров
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: