Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Ғинуар 2022, 12:40

Таңһылыу Ҡарамышева

Таңһылыу ҠарамышеваҠурайСәскәләнеп, аҙаҡ көпшәләнеп,Ябайлашҡан һайын серләнәһең.Башҡа үлән ҡыуға әүерелә,Ә һин, ҡурай, моңға әйләнәһең.

Таңһылыу Ҡарамышева
Таңһылыу Ҡарамышева

Таңһылыу Ҡарамышева

Ҡурай

Сәскәләнеп, аҙаҡ көпшәләнеп,
Ябайлашҡан һайын серләнәһең.
Башҡа үлән ҡыуға әүерелә,
Ә һин, ҡурай, моңға әйләнәһең.

Ҡыу яңынан тупраҡ булғанында,
Ҡыяҡ булып һин дә үҫәһең дә!
Башҡа сәскә сәскә генә булһа,
Һин йөрәккә — көйгә күсәһең дә!

Ярға һыймай аҡҡан йылға кеүек
Күңелдәргә тулып ағаһың һин.
Күккә һыймай осҡан ҡоштар кеүек,
Йәнде иңләп, ҡанат ҡағаһың һин.

Бер һыҙылып ҡына сыҡтың иһә,
Шишмә булып ағып китәһеңдер.
Аҡҡан һайын, һаман тәрәнәйеп,
Быуат даръяһына етәһеңдер.

Аҡҡан һыуҙар, иҫкән елдәр булып —
Ваҡыт булып йәнде аулайһың һин.
Һин — мәңгелек! Шытып сыҡтың иһә,
Урман булып елгә шаулайһың һин.

Донъя ауаздары һинең шауҙа,
Тормош һулышы бар тауышыңда.
Фанилыҡ бар, тотош баҡыйлыҡ бар
Серле көпшәңдең тар ҡыуышында.

2008. "Донъя — даръя" исемле
китаптан.

Таңһылыу Ҡарамышева
Таңһылыу Ҡарамышева
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: