Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Ғинуар 2022, 15:25

Әхмәр Үтәбай

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ Һәлмәкләнә аҙымҠыҙыҡ ҡына бер күҙәтеү. Кеше олоғайған һайын аҙымдары һәлмәгәйә, һын-һыпаты олпатлана бара тибеҙ. Ысынлап та, ундай кешеләр үҙ дәрәжәһен белеп, әкрен генә, алдын-артын байҡап, ҡабаланмай ғына баҫып йөрөгән һымаҡ. Ысынында иһә олоғая барған кеше, йәш сағындағыса ике-өс баҫаһы аҙымдарын бер, һикертә баҫып, йүгерә-атлай, бик тә бик йөрөй ҙә алыр ине, йөрөгөһө лә килә, аяҡтарын ҡартлығы тышаулай-кешәнләй башлай шул. Беҙ иһә ситтән ҡарап ундай кешене үҙ дәрәжәһен белеп атлай, олпатланған тибеҙ. Олпатланыуҙың, аҙымдар һәлмәгәйеүенең аҫтында тәрән һыҙланыу ҙа ята булыр..."Мең дә бер күҙәтеүем"яҙмаларынан 575-се күҙәтеү.

Әхмәр Үтәбай
Әхмәр Үтәбай

Әхмәр ҮТӘБАЙ

Һәлмәкләнә аҙым

Ҡыҙыҡ ҡына бер күҙәтеү. Кеше олоғайған һайын аҙымдары һәлмәгәйә, һын-һыпаты олпатлана бара тибеҙ. Ысынлап та, ундай кешеләр үҙ дәрәжәһен белеп, әкрен генә, алдын-артын байҡап, ҡабаланмай ғына баҫып йөрөгән һымаҡ. Ысынында иһә олоғая барған кеше, йәш сағындағыса ике-өс баҫаһы аҙымдарын бер, һикертә баҫып, йүгерә-атлай, бик тә бик йөрөй ҙә алыр ине, йөрөгөһө лә килә, аяҡтарын ҡартлығы тышаулай-кешәнләй башлай шул. Беҙ иһә ситтән ҡарап ундай кешене үҙ дәрәжәһен белеп атлай, олпатланған тибеҙ. Олпатланыуҙың, аҙымдар һәлмәгәйеүенең аҫтында тәрән һыҙланыу ҙа ята булыр...

"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 575-се күҙәтеү.

Әхмәр Үтәбай
Әхмәр Үтәбай
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: