Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Ғинуар 2022, 18:40

Буранбай Исҡкжин

Буранбай ИСҠУЖИН   Салауат сәләме Мин ҡайтырмын әле, башҡорт ере, Мин ҡайтырмын әле... Мин – тере! Ҡайтыр юлдарымда тора, тиҙәр, Йәйғор төҫөндәге күперем.

Буранбай Исҡкжин
Буранбай Исҡкжин

Буранбай ИСҠУЖИН

 

Салауат сәләме

Мин ҡайтырмын әле, башҡорт ере,
Мин ҡайтырмын әле... Мин – тере!
Ҡайтыр юлдарымда тора, тиҙәр,
Йәйғор төҫөндәге күперем.

Ҡайтып етеп, күреп үләм әле
Күгәреп тә ятҡан Уралым.
Балдай татлы һыуҙар эсәм әле,
Һыуҙар бирерһегеҙ – һыуһаным...

Күреп үләм әле Зөләйхәмде,
Һөйгәнемә төшә уң юлым.
Төштәремә инә төндәр һайын
Сәстәренең ҡара тулҡыны.

Күреп үләм әле: күк үләндәр
Һаҡлай микән даға эҙҙәрен?
Төштәремдә көмөш йүгән тотоп
Аҡбуҙ атҡайымды эҙләнем.

Күреп үләм әле: ғорур халҡым
Китмәгәнме үтә ваҡланып?
Башын эйеп көн итмәйҙәр микән
Тән язаларынан һаҡланып?

Күреп үләм әле... Юҡ, үлмәйем,
Аҡбуҙыма әгәр атланһам.
Мин теремен әгәр һаҙаҡтағы
Һайлам уҡтай ирҙәр һаҡланһа...

Мин ҡайтырмын әле, башҡорт ере,
Мин ҡайтырмын әле. Мин – тере!
Әйтегеҙсе шунда: теге бабай
Эйәремде бирһен килтереп...

Буранбай Исҡкжин
Буранбай Исҡкжин
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: