Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Ғинуар 2022, 13:50

Ҡурсаҡ театры

Салауат ӘБҮЗӘР ТЕАТР Шаршау асылды. Ҡурсаҡтар Йүгерешә башланы... Берәү үлеп ғашиҡ булды, Кемдер йәрен ташланы. Берәү хәйлә ҡороп йәшәй, – Тамаҡ тип бошҡаны юҡ. Хәҡиҡәт тип яна берәү, – Кейергә ыштаны юҡ. Малвина – урам сатында, Иҫереп ята Пьеро. Аҙым һайын банк, кибет, Аптека, салон, бюро... Күҙгә салынмаған епкә Бәйләнеп, ғүмер уҙа. Тормош – ҡурсаҡ театры, Унда – Карабас хужа...

Ҡурсаҡ театры
Ҡурсаҡ театры

Салауат ӘБҮЗӘР

ТЕАТР

Шаршау асылды. Ҡурсаҡтар

Йүгерешә башланы...

Берәү үлеп ғашиҡ булды,

Кемдер йәрен ташланы.

Берәү хәйлә ҡороп йәшәй, –

Тамаҡ тип бошҡаны юҡ.

Хәҡиҡәт тип яна берәү, –

Кейергә ыштаны юҡ.

Малвина – урам сатында,

Иҫереп ята Пьеро.

Аҙым һайын банк, кибет,

Аптека, салон, бюро...

Күҙгә салынмаған епкә

Бәйләнеп, ғүмер уҙа.

Тормош – ҡурсаҡ театры,

Унда – Карабас хужа...

Ҡурсаҡ театры
Ҡурсаҡ театры
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: