Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Ғинуар , 08:45

Ишмөхәмәт сәсән

Мәүлит ЯМАЛЕТДИНОВ ИШМӨХӘМӘТ СӘСӘН Роман-эссе Һабантуй Ишмөхәмәт сәсән етәкселегендәге егерме биш ҡурайсы уйнауындағы “Перовский” маршы менән башланып китте. Майҙан ситенә бер-береһенән икешәр сажин аралығында ултыртылған дүрт бағананы үҙ-ара баҫырау йыуанлығындағы ерҙәләр менән тоташтырып, улар өҫтөнә таҡталар түшәп яһалған бейек һәндерә өҫтөнә баҫҡыстан күтәрелгән генерал-губернаторҙың ҡул ишараһы тантананы башларға рөхсәт булды. Шуны ғына көтөп торған ҡурайсылар Ишмөхәмттең баш ымы буйынса ҡурайҙарын тештәренә терәнеләр. Бына, әйтеп аңлатҡыһыҙ тантана, тыйып тотҡоһоҙ дәрт һәм мөһабәт олпатлыҡ менән ярһыу сәм урғылып торған һалмаҡ көй яңғыраны. Әле генә шау-гөр килгән майҙан, илаһи көйҙөң тылсымына бирелеп, тын ҡалды. Алда торған байрам ҡыуанысынан йөрәктәр ярһып типте, моң тәьҫиренән күңелдәр тулышты.

Ишмөхәмәт сәсән

Һабантуй Ишмөхәмәт сәсән етәкселегендәге егерме биш ҡурайсы уйнауындағы “Перовский” маршы менән башланып китте. Майҙан ситенә бер-береһенән икешәр сажин аралығында ултыртылған дүрт бағананы үҙ-ара баҫырау йыуанлығындағы ерҙәләр менән тоташтырып, улар өҫтөнә таҡталар түшәп яһалған бейек һәндерә өҫтөнә баҫҡыстан күтәрелгән генерал-губернаторҙың ҡул ишараһы тантананы башларға рөхсәт булды. Шуны ғына көтөп торған ҡурайсылар Ишмөхәмттең баш ымы буйынса ҡурайҙарын тештәренә терәнеләр. Бына, әйтеп аңлатҡыһыҙ тантана, тыйып тотҡоһоҙ дәрт һәм мөһабәт олпатлыҡ менән ярһыу сәм урғылып торған һалмаҡ көй яңғыраны. Әле генә шау-гөр килгән майҙан, илаһи көйҙөң тылсымына бирелеп, тын ҡалды. Алда торған байрам ҡыуанысынан йөрәктәр ярһып типте, моң тәьҫиренән күңелдәр тулышты.

Перовскийға исемләнгән был көйҙө Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев бынан ике йыл алда сығарғайны. Бөгөнгөләй йәмле йәй көндәренең береһендә генерал-губернатор йәйләүендә ҡурайсы хеҙмәтен үтәп йөрөгәндә, Василий Алексеевич уны ағас өйөнөң икенсе ҡатында урынлашҡан кабинетына саҡыртып алды.

Ишмөхәмәт үҙенең был яңы вазифаһына күнегеп тә бөткәйне инде. Перовскийҙың махсус күрһәтмәһе буйынса уға Ағурҙала кәрәк саҡта ҡурай тартыу важибәте йөкмәтелгәйне. Был важибәт Ишмөхәмәткә йәйге хеҙмәт булып иҫәпләнде. Быны хеҙмәт тип шартлы рәүештә генә атап була. Шөғөл тиһәң, дөрөҫөрәк булыр. Шөғөлдөң дә тәрән ҡәнәғәтлек килтерә торғаны.

Ишмөхәмәттең төп бурысы – генерал-губернатор теләк белдергән һайын уны ҡурай моңо менән һыйлау ине. Түрәнең һәр яңы көндө ҡурай тауышын тыңлауҙан башлап ебәреү теләге үҙенә күрә бер йолаға инеп киткәйне хатта. Перовскийҙың йәйге резиденцияһында ҡораллы ҡарауыл хеҙмәтен үтәү утыҙ кешенән торған башҡорт яугирҙарына йөкмәтелгәйне. Бөтәһе лә ҡарағайҙай оҙон буйлы, мыҡты үҫәргән һәм түңгәүер егеттәренә йәйләү биләмәһендә өс оло тирмә ҡоролғайны. Ишмөхәмәт шулар менән бергә йәшәне.

Ғәҙәттә, ҡарауылсыларҙың береһе, генерал-губернаторҙың уянғанын көтәүелләп, семәрләп эшләнгән болдор эргәһендә һаҡта тора. Өй эсендә тамаҡ ҡырыу, йүткереү, иҫнәү кеүек өндәрҙән торған шипкерт ишетелеү менән, һаҡсы ишара яһай. Әлеге ымды көтөп тирмә янында уранғылаған Ишмөхәмәт күкрәк тултырып тын ала ла, ҡурай тартырға керешә. Перовскийҙың зауығын белеп бөткәнгә күрә, ул башта моңло оҙон көйҙө һуҙа, һуңынан һалмағырағына күсә һәм көндәлек важибәтте дәртле бейеү көйө менән тамамлап ҡуя.

Уның араһында Ишмөхәмәт ҡурай тартып, Перовскийҙың Ағурҙаға йыш-йыш килгән ҡунаҡтарының күңелен аса. Һәр кешенең үҙенә генә хас холоҡ-фиғеле булған кеүек, зауыҡтары ла төрлөсә – ҡунаҡтарҙың ҡайһы берҙәре ҡурай моңон ихлас бирелеп тыңлай. Был уларҙың ҡараштарында тоҡанған ҡыҙыҡһыныу, хатта һоҡланыу осҡондарынан, әленән-әле яңғыраған хуплау ауаздарынан, тел шартлатып ҡуйыуҙарынан һиҙелеп тора. Ә бәғзе берәүҙәре Ишмөхәмәттең илһамланып ҡурай тартыуына битараф – йөҙҙәрендә һис бер тойғо сағылмаҫ, күҙҙәрендә бер ниндәй ҙә нур уйнамаҫ. Уларҙың иғтибар менән тыңлаған кеше булып ҡыланыуҙары ла ҡунаҡсыл хужаға ихтирам күрһәтеү, уның хәтерен ҡалдырмау йөҙөнән генә. Генерал-губернаторҙың теге ваҡытта Ишмөхәмәтте үҙенең икенсе ҡаттағы кабинетына саҡыртып алыуы уға йомош ҡушыу өсөн булған икән.

Ишмөхәмәт сәсән
Автор:Салават Абузаров