Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Ғинуар 2022, 11:50

Азамат ЮЛДАШБАЕВ

Өс хәрефтән тора был һүҙ... Өс өндән... Бер ижек... Был һүҙҙе әйткәндә, керештән ысҡынып осҡан уҡ һыҙғыра... Ҡындан һурылған ҡылыс сыңлай... Зәңгәр күкте иңләгән бөркөт саңҡый... Был һүҙҙә – сал ҡаяларҙа мәғрур ҡарағайҙар шауы... Был һүҙҙә сал ҡылғандар бәүелә... Был һүҙҙә – сал ҡылғандар буйлап сапҡан ярһыу аттарҙың тояҡ тауыштары... Был һүҙҙә – яу ораны... Был һүҙҙә – әсәйҙең бишек йыры... Һәм атайҙың аманаты... Был һүҙҙә – егеттәр саялығы... Ҡыҙҙар һомғоллоғо... Был һүҙ тел менән әйтелмәй... Ул күкрәктән сыға... Ҡурай моңо кеүек... Был һүҙҙе бер сит телгә лә бер һүҙ менән тәржемә итеп булмай... Аңлатып та... Өс хәрефтән тора был һүҙ... Өс өндән... Бер ижек... РУХ һүҙе... Башҡорт рухы...

Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: