Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Ғинуар 2022, 20:25

Кәтүк

Юнир САЛАУАТОВ Кәтүк Сыуашстандың Канаш ҡалаһына гастролгә барҙыҡ. Кәтүк “Интервью” тип аталған интермедияла һауынсы ҡатын ролен башҡара. Ҡатындар күлдәген кейеп тә бөттө, эсен тотоп борғалана башланы был.

Кәтүк
Кәтүк

Юнир САЛАУАТОВ

Кәтүк

Сыуашстандың Канаш ҡалаһына гастролгә барҙыҡ.

Кәтүк “Интервью” тип аталған интермедияла һауынсы ҡатын ролен башҡара. Ҡатындар күлдәген кейеп тә бөттө, эсен тотоп борғалана башланы был. Шулай ҙа сирле килеш ролен башҡарып сыҡты ла иҙәнгә ауҙы. Шул тиклем сирләгәс, кейемдәрен алыштырып тормайынса, тиҙ генә мәҙәниәт йортоноң автобусы менән дауаханаға оҙаттыҡ. Сит шофер, “Кәтүк”те ҡатын кеше, тулғағы тота башлағандыр, тип аңлаған һәм бала табыу йортона алып барып ҡалдырған. Дежур табип та, “Кәтүк”те ауырлы, тип ҡабул иткән.

“Кәтүк” эсен тотоп кәкерйәгәс, “тулғаҡ” башланыуына ышанып, бала тыуҙырыу креслоһына һалғандар. Әртисебеҙ ауыртыныуҙан аҡырып ебәргән.

– Башланды, – тип шәфҡәт туташтарының береһе Кәтүктең итәген асып ебәрһә-ә-ә-ә, уның ир кеше икәнен күрә һәм ҡото осоп, сәрелдәп сығып ҡаса...

Кәтүк
Кәтүк
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: